Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
13 Май , 13:08

Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға

Ғаилә йылы уңайынан, гәзит уҡыусыларҙы районыбыҙҙың күркәм ғаиләләре менән  таныштырабыҙ. Шундайҙарҙың береһе – Бишбүләктә ауылында йәшәүсе Минзиә һәм Ғәйнулла Арыҫлановтар. Апрель айында уларҙың бергә йәшәүҙәренә 50 йыл тулған.

Пар һуҡмаҡтан - алтын туйғаПар һуҡмаҡтан - алтын туйға
Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға

Ярты быуат элек бергә уртаҡ оя ҡороп, балалар үҫтереп, тормоштоң шатлыҡлыҡлы миҙгелдәрен, әсеһен дә бергә татып йәшәгән матур парҙың ғүмер тарихына күҙ һалып, яҙырға ултырһаң, үткәндәрен бер генә ҡағыҙ бите лә һыйҙыра алмаҫ ине. Шулай ҙа уларҙың үткән юлына ҡыҫҡаса ғына туҡталмайса мөмкин түгел.

аилә башлығы Ғәйнулла Арыҫланов тыумышы менән Бикҡол ауылынан. Зәүҙән һәм Зәйнулла Арыҫлановтарҙың ишле ғаиләһендәге ете бала араһында ул иң өлкәне булараҡ, үҙен белә-белгәне бирле атаһының уң ҡулы - оло ярҙамсыһы, эшкә күндәм булып, бар эштәрҙе лә белеп буй еткерә ул.

- Миңә һуғышта һәләк булған ҡарттайымдың исемен ҡушҡандар. Атайым армияға ҡәҙәр өйләнеп киткән, Алыҫ Көнсығышта (Сахалин) хеҙмәт иткән атайымдан хат килгәс кенә ЗАГС ҡағыҙы биргәндәр һәм мине теркәгәндәр. Был 1950 йылдың 4 июне була. Атайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һалдаттарҙы алыштырған, уның үҙен дә тиҙ генә ебәрмәгәндәр, ул өйгә ҡайтҡанда, миңә дүрт йәш ярым булған, – тип тормош юлы хаҡында бәйән итте Ғәйнулла ағай. - Тәүҙә тыуған ауылымдағы мәктәптә уҡыным, шунан Айытта 9-сы класты тамамланым. Артабан агроном булырға теләнем һәм документтарымды Аксен ауыл хужалығы техникумына тапшырҙым, әммә бер курс уҡығас, армияға саҡырып, повестка бирҙеләр һәм мин ике йыл Ҡаҙағстанда (Байконур) хәрби бурысымды үтәнем.  

Һалдат шинелен һалғас, Ғәйнулла Арыҫланов Аксен техникумында өҙөлөп ҡалған уҡыуын дауам итә. 1971 йылда ҡулына диплом алған йәш белгесте, ул йылдарҙағы талаптарға ярашлы, Өфө районының Йоматау ит-һөт совхозына эшкә ебәрәләр. Уны үҫемселек буйынса бригадир итеп ҡуялар.

- Ул ваҡытта ауыл хужалығының гөрләп торған сағы, мал-тыуарға фураж өсөн күпләп иген сәселде, люцерна үҫтерҙек, 250 га ерҙә бәрәңге ултыртыла торғайны, ҙур теплицала ҡыяр үҫтерелде. Шул ваҡытта ун мең башҡа иҫәпләнгән комплекс төҙөлдө, унда 56 райондан килтерелгән малдар һимертелде, - тип хеҙмәт юлының башын иҫкә ала ул. - Өфө яҡын ине һәм мин артабан юғары белем алыу ниәте менән ситтән тороп Ауыл хужалығы институтына уҡырға керҙем. Был ваҡытта атайым ферма мөдире булып эшләй ине, ул сирләп китте һәм мин тыуған ауылға әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булдым. Ни тиһәң дә, минән кесе туғандарымды аяҡҡа баҫтырышырға кәрәк ине. Бар ғаиләбеҙ менән сөгөлдөр сығарҙыҡ, шунан ҡышҡыһын фермаға башмаҡтар ҡарарға керҙем, сөнки миңә сессияға барыр өсөн аҡса кәрәк ине.

Күп тә үтмәй, Ғәйнулла Арыҫлановты колхоз идараһына эшкә саҡыралар. “Марс” колхозы председателе В. Ә. Ғәфүров уға экономист эшен тәҡдим итә. Ана шулай йәшлек дәрте менән эшләп йөрөгән йылдарында Ғәйнулла ағай үҙ яртыһын - Айыт ауылы һылыуы Минзиәне осрата. Был күрешеүҙәр, һөйләшеүҙәр уларҙың мөхәббәт утын ҡабыҙыуға, ғаилә ҡороуға алып килә.

- Беҙ 1976 йылдың 2 апрелендә Бикҡол ауыл Советында яҙылыштыҡ. Башта төп йортта ата-әсәйҙәр менән бергә йәшәнек, шунан хужалыҡ етәкселеге беҙгә фатир бирҙе, беҙҙең тормошобоҙға йәм өҫтәп ҡыҙыбыҙ Гөлнара, Рәйлә тыуҙы. Бында туғыҙ йыл торғас, район үҙәгенә күстек, икебеҙ ҙә гел яуаплы эштәрҙә эшләнек,  - тип йәш саҡтарын иҫкә ала ғаилә пары.

Йәш белгестәр үҙҙәренең белемен дә, тырышлығын да тыуған еренә файҙа килтереүгә бағышлай. 1982 йылда Ғәйнулла Арыҫланов Бишбүләк райкомында инструктор булып эшләй башлай. Ул осорҙа ҡыш буйына төрлө саралар үткәрелә: колхоздарҙа отчет-һайлау, партия йыйылыштары, унан яҙғы сәсеүгә әҙерлек буйынса, өйөнә һуң ҡайтҡан саҡтары йыш була. Бер аҙҙан уны “Россия” колхозына мал аҙығы етештереү буйынса рәйес урынбаҫары итеп билдәләйҙәр. 1984 йылда райондың сауҙа эштәре буйынса рәйес урынбаҫары була, бында бер йыл эшләгәндән һуң, уны район финанс бүлеге мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Биш йыл өлкән һалым инспекторы вазифаһын башҡара, шулай уҡ РБ Бишбүләк районы буйынса ер мөлкәтенең әйҙәп барыусы белгес-эксперты, Ауыл хужалығы идараһында баш хисапсы була. Райондың иҫәп-хисап эштәрен башҡарған белгестең эше лә өйгә эйәреп ҡайтҡылай.   

- Күп ваҡыт ярты төнгә ҡәҙәр отчет менән ултырып, иртән Өфөгә юллана инек. Ул йылдарҙа Илдар Ғимаев менән йыш ҡына бергә йөрөргә тура килде. Колхоздарға кредит юлланыҡ, - тип һөйләй Ғәйнулла Зәйнулла улы. – Эшләгән йылдарҙа мине Ленинградҡа курстарға уҡырға ебәрҙеләр, шулай уҡ Мәскәүҙә лә барҙым. Президент итеп Ельцинды һайлаған ваҡыт ине, хатта митингыла ҡатнашырға тура килде. Тәжрибә уртаҡлашу маҡсатында беҙҙе Бородинский совхозына алып барҙылар, шунда беренсе мәртәбә ауыл хужалығын компьютерлаштырыуҙы күрҙем, ҡайтышлай теплица хужалығына керҙек, унда булыу беҙҙең барыбыҙға ла оҡшаны.

Ғәйнулла ағай 42 йыл төрлө ойошмаларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡһа, тормош иптәше Минзиә Ярый ҡыҙының да хеҙмәт стажы етерлек - 50 йыл. Ҡайҙа ғына иҫәп-хисап эштәрен алып бармаған ул, үҙенең яуаплылығы, теүәллеге, принципиаль булуы белән ул ҙур абруй ҡаҙанған. Хеҙмәт коллективында һәр кем белән уртак тел табып, ярҙамлашып, команда булып эшләй белгәне өсөн уны хәҙер ҙә хеҙмәттәштәре оло хөрмәт менән иҫкә ала. Тырышлығы, намыҫлы хеҙмәте өсөн “Хеҙмәт ударнигы” (1976, 1977) исеменә лайыҡ булған, Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

- Эшләгән кешене ҡайҙа ла яраталар инде ул. Минең дә эшем иҫәп-хисап менән бәйле булды. Өфөлә финанс техникумын тамамланым һәм ун һигеҙ йәштән эшләй башланым. Райондың финанс бүлегендә экономист булдым, шулай ук ревизор-инспектор вазифаһын башҡарҙым, ЖКХ-ға баш хисапсы таба алмағас, шунда саҡырҙылар. РТП-ла эшләгәндә документтар, отчеттар шул тиклем тәртип, теүәллек менән башҡарыла ине, ә "Киров" коперативында иһә барһына ла үҙемә өйрәтергә тура килде, унда биш йыл йөрөп эшләнем. Пенсияға сыҡҡансы хатта Мәскәүҙә лә бер йыл эшләп ҡайттым, - тип йылмая Минзиә апай.

Ғаилә ҡорғандан алып, бер-береһенә һалышмай, йөктө тигеҙ тартҡанға ла йүнсел хужаларҙың тормоштары етеш. “Май сүлмәге тышынан билдәле”, тигәндәй, йорт-ихаталары ла тәртиптә, йыраҡтан уҡ күркәмлеге менән айырылған, заманса материалдар менән матурлап эшләнгән йорттары “бында уңған кешеләр йәшәй”, тип ҡысҡырып торғандай. Иркен һәм яҡты йорттарының тәҙрә төптәрен шау сәскәгә күмелеп ултырған гөлдәр биҙәй, хужабикәнең бәйләм-сигеүгә лә оҫта икәнлеген стеналағы сигелгән картиналар, сағыу мендәрҙәр дәлилләй. Был күңеленә ятҡан шөғөлгә хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына тотонған ул.

Арыҫлановтар ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, шатлыҡ-һөйөнөстәрҙе уртаҡлашып илле йыл бергә ғүмер юлынан баралар. Алтын пар билдәләүенсә, уларҙың ғаилә бәхетенең сере ябай – бер-береңде ихтирам итеүҙә.

- Йортобоҙҙо 1984 йылда һалып кергәйнек, гел төҙөкләндереп торабыҙ, хәҙер инде өс тапҡыр үҙгәртеп ҡорҙоҡ, - тип һөйләй йорт хужаһы. – Элегерәк һыйыр малы аҫраныҡ, шуғалыр ҙа 90-сы йылдарҙа еңелерәк булды. Хәҙер бройлер себештәре алып үҫтерәбеҙ, тауыҡтар тотабыҙ. Беҙҙең ун сутый еребеҙ бар, ҡыяр һәм помидорҙы артыҡ күп ултыртмайбыҙ. Ә бына емеш ағастары мул уңыш бирә, егерме йыл элек ултыртылған алмағастың алмаларын йыйып бөтә алмайбыҙ. Беҙҙең балаларыбыҙ үҙаллы тормошта йәшәй, Оло ҡыҙыбыҙ Мәскәүҙә йәшәй ине, үкенескә күрә, беҙ уны юғалттыҡ. Улыбыҙ Салауат Өфөләге статистика һәм информатика институтын тамамланы, хәҙер шәхси компанияла эшләй, заманса әйткәндә “айтишник”. Килебеҙ Эльвира менән баш ҡалала йәшәйҙәр, сәйәхәт итергә яраталар. Рәйлә ҡыҙыбыҙ кейәүебеҙ Владимир менән Бишбүләктә йәшәй, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнәләр. Беҙҙең дүрт ейән-ейәнсәребеҙ бар, улар беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ.  Эшләгән йылдарҙа балаларыбыҙға иғтибар етмәне, хәҙер уларҙың һәм ейәндәребеҙҙең тыуған йортҡа килеүен көтөп алабыҙ. Улар беҙҙең өсөн ныҡлы терәк, ейәндәребеҙ – күңел йыуанысыбыҙ. Туғандарыбыҙ менән дә йыш осрашып торабыҙ, - тип уртаҡлаша улар.

Ғаилә тормошондағы ҡыуаныслы мәлдәр, мең төрлө мәшәҡәттәр менән көн артынан көн, йыл артынан йыл уҙа.  Бөгөн Арыҫлановтар ғаиләһе – йәш быуын өсөн яҡты үрнәк. Йылдар уҙһа ла, ир менән ҡатын йөрәк йылыһын һаҡлап ҡалғандар.

– 50 йыл үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды, — ти, иңгә-иң ҡуйып йәшәүсе юбилярҙар. -  Йылдар үтә килә, яратыу хисе – бер-береңде хөрмәт итеүгә әүерелә, икәү бер булып йәшәй башлайһың. Иң мөһиме – бер-береңә ышанырга, ирек бирергә кәрәк. Бергә йәшәгәндә ғаиләң өсөн яуаплылыҡ хисе арта, йәш барған һайын сабырлыҡ та өҫтәлә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Автор фотоһы.  

Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға
Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға
Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға
Автор:Гумерова Л
Читайте нас