

Һуңғы өс йылда «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты (национальный проект «Туризм и гостеприимство») сиктәрендә республика һыу инеү урындарын төҙөкләндереү буйынса 29 проектҡа 192 миллион һум күләмендә субсидия бүленгән. Был хаҡта төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.
Пляж зоналарын үҫтереү – Башҡортостандың туристик имиджының мөһим өлөшө. Йылға, күл һәм һыу һаҡлағыстарҙың төҙөк ярҙары төбәктең күркәмлеген арттыра һәм хәүефһеҙ ял итеү өсөн шарттар булдыра. Был өлкәгә аҡса һалырға әҙер эшҡыуарҙар өсөн дәүләт ярҙамы системаһы эшләй.
- Дәүләт ярҙамы бизнесҡа юғары сифат һәм хәүефһеҙлек стандарттарына тап килгән заманса пляждар булдырырға мөмкинлек бирә. Һәр тормошҡа ашырылған проекттың ғаилә менән ял итеү урынына әүерелеүе һәм муниципалитеттарҙа туристар ағымының артыуына булышлыҡ итеүе беҙҙең өсөн бик мөһим, – тине Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың төп процедураларының береһе – пляжды классификациялау. Ул Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡағиҙәләре буйынса уҙғарыла һәм объектҡа «зәңгәр флаг», «йәшел флаг» йәки «һары флаг» категорияһын бирә. Классификация туристарға ял урынын һайлауҙа йүнәлеш алырға, ә бизнесҡа сервистың тейешле кимәлен раҫларға ярҙам итә.
Яңыртылған милли проекттар ил Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Олеся Вильданова (UfaTime.ru)