Дим буйҙары
+27 °С
Болотло
Общие статьи
14 Май , 10:41

Май айында ниндәй дарыу үләндәрен йыйырға?

Шифалы үләндәр үҙебеҙҙең аяҡ аҫтында. Тик эйелеп ал ғына.

Май айында ниндәй дарыу үләндәрен йыйырға?Май айында ниндәй дарыу үләндәрен йыйырға?
Май айында ниндәй дарыу үләндәрен йыйырға?
Үгәй инә үләне япрағы һалҡын тейеү, грипп, тын алыу юлдары сирҙәренән бик файҙалы. Дауаланыу өсөн сәскәләре һәм япраҡтары ҡулланыла. Сәскәләрен – майҙа, япраҡтарын июндә йыялар.

Ҡымыҙлык гипертония һәм атеросклероздан файҙалы. Гастрит, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дә ҡулланыла.

Бәпембә витаминдар, калий һәм фосфор тоҙҙарына бай. Төнәтмәһе организмды нығыта, тынысландыра, ҡанды таҙарта, лимфа системаһы ялҡынланыуынан ярҙам итә, организмды йәшәртә. Унан бал да эшләйҙәр, ул бауыр өсөн бигерәк тә файҙалы.
 
Ҡарағат. Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япрағынан яһалған сәй  иммунитетты күтәрә, тынысландыра. Ҡарағат япрағы төнәтмәһе йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы, эсте еңелсә йомшарта.

Сирень сәскәһе баш ауыртыуҙы, тамырҙарҙың варикоз киңәйеүен, йәрәхәттәрҙе дауалау өсөн ҡулланыла.

Кесерткән. Май кесерткәне бик шифалы, уны дауаланыу өсөн генә түгел, сирҙәрҙе иҫкәртеү маҡсатында ла ҡулланырға була. Ашын бешерегеҙ, киптереп ҡуйығыҙ. Йәш кесерткән япраҡтары үт һыуын ҡыуа, ҡан тамырҙарын киңәйтә, ялҡынһыныуҙан ярҙам итә, гемоглобинды, организмдың тонусын күтәрә, иммунитетты нығыта.
Май айында ниндәй дарыу үләндәрен йыйырға?
Май айында ниндәй дарыу үләндәрен йыйырға?
Автор:
Читайте нас