Дим буйҙары
+27 °С
Облачно
Общие статьи
14 Мая , 04:04

Ғ.Туҡайҙың тыуыуына 150 йыл федераль кимәлдә билдәләнәсәк

РФ президенты Владимир Путин татар шағиры Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 150 йыл тулыуҙы байрам итеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. #ВладимирПутин

Ғ.Туҡайҙың тыуыуына 150 йыл федераль кимәлдә билдәләнәсәкҒ.Туҡайҙың тыуыуына 150 йыл федераль кимәлдә билдәләнәсәк
Ғ.Туҡайҙың тыуыуына 150 йыл федераль кимәлдә билдәләнәсәк

Тейешле указ хоҡуҡи акттарҙың рәсми сайтында урынлаштырылған.

"Ғабдулла Туҡайҙың Ватан мәҙәниәтенә индергән ҙур өлөшөн иҫәпкә алып һәм 2036 йылда уның тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы, 2036 йылда Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуына 150 йыл тулыуға арналған саралар үткәрергә ҡарар итәм",-тиелә документта.

Документҡа ярашлы, Хөкүмәт Туҡайҙың 150 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдыра һәм уның составын раҫлаясаҡ, байрам итеүгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса төп саралар планын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итәсәк.

Указ менән РФ субъекттарының дәүләт власы органдарына һәм урындағы үҙидара органдарына сараларҙы әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнашырға тәҡдим ителә.

Ғ.Туҡайҙың тыуыуына 150 йыл федераль кимәлдә билдәләнәсәк
Ғ.Туҡайҙың тыуыуына 150 йыл федераль кимәлдә билдәләнәсәк
Автор:
Читайте нас