Дим буйҙары
+27 °С
Облачно
Общие статьи
14 Мая , 19:30

Мутлашыусылар пенсионерҙың млн һум аҡсаһын һәм алтын ҡойолмаһын урлай алмаған

 Өфөлә йәшәүсе 82 йәшлек ир аферистарҙың ҡорбаны була яҙған, ләкин ваҡытында аңлап, аҡсаһын һаҡлап ҡала алған.

Мутлашыусылар пенсионерҙың млн һум аҡсаһын һәм алтын ҡойолмаһын урлай алмағанМутлашыусылар пенсионерҙың млн һум аҡсаһын һәм алтын ҡойолмаһын урлай алмаған
Мутлашыусылар пенсионерҙың млн һум аҡсаһын һәм алтын ҡойолмаһын урлай алмаған

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, барыһы ла мессенджерҙа иҫәпләгесте тикшереү тураһында хәбәрҙән башланған. Һуңынан пенсионерға «банктан» һәм «полициянан» шылтыратып, уның иҫәбендәге аҡсаны сит илгә күсерәләр тип әйткәндәр. Оло кеше борсолоп киткән һәм үҙенең 3 миллион һумдан ашыу аҡсаһын иҫәптән алған, 2 миллион һумға алтын ҡойолма һатып алған һәм икенсе банкта тағы 600 мең һумын ҡулаҡсаға әйләндергән. Ошо ваҡыт эсендә мутлашыусылар уның менән бәйләнештә торған.

Алтын ҡойолмаһын бирергә ваҡыт еткәс, ир кеше уйға ҡалған. Мутлашыусылар янай башлаған, ләкин пенсионер уларға ышанмаған һәм телефонын һүндергән. Икенсе көндө ул полицияға ғариза яҙған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башинформ. 

Мутлашыусылар пенсионерҙың млн һум аҡсаһын һәм алтын ҡойолмаһын урлай алмаған
Мутлашыусылар пенсионерҙың млн һум аҡсаһын һәм алтын ҡойолмаһын урлай алмаған
Автор:
Читайте нас