Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Общие статьи
16 Мая , 06:13

Яңы ярҙам саралары арта

Дәүләт думаһында МХО-ла ҡатнашыусыларға яңа ярҙам итеү сараһы ҡабул ителде

Яңы ярҙам саралары артаЯңы ярҙам саралары арта
Яңы ярҙам саралары арта

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары түләү ваҡыты сыҡҡан кредиттар буйынса кредит йөкләмәләренән азат ителәсәк. Тейешле закон проектын Дәүләт думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Ҡабул ителгән закон проекты нигеҙендә, һүҙ 2026 йылдың 1 майынан хәрби хеҙмәт үтеү тураһында контракт төҙөгән хәрби хезмәткәрҙәр һәм уларҙың тормош иптәштәре тураһында бара. Әгәр бы датаға ҡәҙәр бурысты түләтеү тураһында үҙ көсөнә ингән суд ҡарары булһа, шулай уҡ бурыслының күрһәтелгән бурыстарын үтәү маҡсатында башҡарма документ бирелгән йәиһә ул инде үтәүгә күрһәтелгән булһа. Бурыстың дөйөм күләме 10 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылдың 1 ғинуарынан контрактлы хәрби хезмәткәрҙәр өсөн бер тапҡыр бирелә торған төбәк түләүҙәре күләме 1 миллион һум итеп билдәләнгән. Түләү Рәсәй Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә саҡырылған, контракт төҙөгән Рәсәй граждандарына; шулай уҡ саҡырылыш буйынса хеҙмәт урынына контракт төҙөгән призывниктарға ҡаралған.

 

Яңы ярҙам саралары арта
Яңы ярҙам саралары арта
Автор:
Читайте нас