Дим буйҙары
+28 °С
Болотло
Общие статьи
17 Май , 06:16

Башҡортостанда йыл башынан янғындарҙа йөҙҙән ашыу кеше һәләк булған

Республикалағы хәл тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов хәбәр итте.

Башҡортостанда йыл башынан янғындарҙа йөҙҙән ашыу кеше һәләк булғанБашҡортостанда йыл башынан янғындарҙа йөҙҙән ашыу кеше һәләк булған
Башҡортостанда йыл башынан янғындарҙа йөҙҙән ашыу кеше һәләк булған

Йыл башынан алып төбәктә 2269 янғын теркәлгән, уларҙа 101 кеше — 70 ир-ат һәм 31 ҡатын-ҡыҙ һәләк булған. Һәләк булғандарҙың уртаса йәше-62, 67 проценты ауыл еренә тура килә. Янғындарҙың төп сәбәптәре булып электр үткәргесенең боҙолоуы, тәмәке тартыу һәм ут менән һаҡһыҙ эш итеү тора.

Кирилл Первов республика халҡын янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡуйырға, электр сымдарының торошон даими тикшерергә, балаларҙы һәм ҡабыҙылған электр приборҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, бинала тәмәке тартмаҫҡа саҡырҙы.

Башинформ. 

Башҡортостанда йыл башынан янғындарҙа йөҙҙән ашыу кеше һәләк булған
Башҡортостанда йыл башынан янғындарҙа йөҙҙән ашыу кеше һәләк булған
Автор:
Читайте нас