+22 °С
Облачно


Республикала аяҙлы-болотло һауа торошо һаҡлана, яуым-төшөм көтөлмәй. Төбәктең көньяғында секундына 17 метрға тиклем ел иҫеүе ихтимал.
Төндә һауа температураһы +10-+15 градус тәшкил итәсәк, ә таулы һәм төньяҡ-көнсығыш райондарҙа +5 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал. Көндөҙ термометр бағанаһы +26 ° ...+31°тиклем күтәрелә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы эҫе көндәрҙә оҙаҡ ваҡыт тура ҡояш нурҙары аҫтында булыуҙан һаҡланырға кәңәш итә. Халыҡҡа тәбиғи туҡыманан еңел һәм ирекле кейем һайларға, баш кейеме кейергә һәм һәр ваҡыт үҙе менән һыу алырға кәңәш ителә.
Фото: Ксения Калинина
Башинформ.