─ Ярҙамдың бындай төрө июнь айынан үҙ көсөнә инә. Түләү эшләүсе ата-әсәләргә адреслана һәм аҙ керемле ғаиләләргә уҙған йыл өсөн түләнгән НДФЛдың бер өлөшөн компенсациялай.
Был мөмкинлектән илдә даими йәшәүсе һәм һалым түләүсе Рәсәй граждандары файҙалана аласаҡ. Түләүгә 18 йәшкә ҡәҙәр, йәки көндөҙгө бүлектә уҡыусы 23 йәшкә ҡәҙәр ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр иҫәп тота тота ала.
Түләүҙе НДФЛ түләгән эшләүсе ата-әсәләрҙең һ!р ҡайһыһы рәсмиләштерә ала. Улар никахта торалармы, юҡмы – әһәмиәтле түгел. Ғаризаларҙы ата-әсәләр бер-береһенән бәйһеҙ рәүештә бирә ала.
Шул уҡ ваҡытта ғаиләлә бер кешегә айлыҡ керем йән башына йәшәү минимумынан 1,5 тапҡырҙан, йәғни 25284 һумдан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ, берҙәм пособиены иҫәпләгәндәге кеүек, милеккә комплекслы баһа бирелә.
Яңы түләүгә ғаризаны 1 июндән 1 октябргә ҡәҙәр бирергә мөмкин. Быны ата-әсәләр Социаль фондтың клиент хеҙмәтендә, Күп функциялы үҙәктә, йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша эшләй ала.
Түбәндәге осраҡтарҙа түләү бирелмәй:
– әгәр ата-әсәнең уҙған йыл НДФЛ һалыныусы кереме булмаһа;
– әгәр берҙән-бер керем шәхси эшҡыуарлыҡтан йәки эшҡыуарлыҡ үҙәгенән махсус һалым режимдарында НДФЛ түләмәйенсә алынған керем булһа;
– әгәр атай кешенең йәки әсәйҙең алимент буйынса бурыстары булһа һәм ул ата-әсә хоҡуҡтарынан мәхрүм ителгән йәиһә сикләнгән булһа.