Дим буйҙары
+16 °С
Ясно
Общие статьи
20 Мая , 10:56

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә

Бөгөн, легендар геройҙың һәйкәле һүтеп алынған һәм реконструкциялау эштәре барған ваҡытта, яугир һәм шағир Салауат Юлаевтың «Мин ҡайтырмын әле, башҡорт ере! Мин ҡайтырмын әле, мин - тере!» тигән шиғыр юлдары һис ҡасан булмағанса көнүҙәк яңғырай.

Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителәБашҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә
Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә

Салауаттың образы быуаттарҙа йәшәй

Ошо көндәрҙә бөйөк тарихи шәхес – легендар герой Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы тураһында фекер алышыуҙар тынмай. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышының ҙур тарихи фигураһы, күренекле хәрби етәксе һәм Емельян Пугачевтың көрәштәше шағир-сәсән дә була. Халыҡ йырҙарында һәм легендаларында, әҙәби һәм музыкаль әҫәрҙәрҙә, картиналарҙа һәм фильмдарҙа батырға дан йырланһа, исеме ҡаҙаныштар һәм спорт еңеүҙәре символына әүерелде. 

Хәҙерге башҡорт тарихсыһы Азат Бердин, Салауат Юлаев шәхесен Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең тарихи хәтерен берләштереүсе герой, советҡа тиклемге һәм совет осоронда ғына түгел, хәҙерге осорҙа ла халыҡтар дуҫлығы символы булыуын билдәләй.

Башҡортостандың йөҙөк ҡашы

Геройҙың хәтерен монументаль мәңгеләштереү идеяһы 1940 йылда барлыҡҡа килә, әммә проектты Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас ҡына дауам итеү мөмкинлеге тыуа. Һуғыш йылдарында башҡорт батырының образы һалдаттарҙың хәрби рухын күтәреү өсөн ҡеүәтле стимул була. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов үҙенең яугирҙәрен «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй» тигән һүҙҙәр менән атакаға күтәрә.

Совет скульпторы Сосланбәк Тавасиев яһаған һәйкәл 1967 йылда Ағиҙел йылғаһының текә ярына ҡуйылған. Салауат Юлаевтың портреты һаҡланмаған, шуға һәйкәл яугир егет, азатлыҡ һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсенең дөйөмләштерелгән образына әүерелгән.

40 тонналыҡ монумент өс терәктән генә тороуы менән үҙенсәлекле. Уның бейеклеге – 9,8 метр, постаменты менән бергә 14 метр. Һәйкәл Ленинградтың «Монументскульптура» заводында ҡойолған.

Рәсәйҙә иң бейек ат статуяһы Башҡортостандың һәм Өфөнөң символы, уның йөҙөк ҡашы булып тора. Һәйкәл республиканың ете мөғжизәһе иҫәбенә инде, дәүләт символикаһында – Башҡортостан гербында сағылыш тапты.

«Салауат – беҙҙең милли батыр ғына түгел, ә Башҡортостанда йәшәгән рус һәм башҡа халыҡтарҙың азатлығы өсөн көрәшкән интернациональ герой ҙа — тип билдәләне республика гербы авторы, рәссам Фазлетдин Ислахов. – Шулай уҡ ул башҡорт һыбайлыһы образын кәүҙәләндерә. Наполеонға ҡаршы Ватан һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт яугирҙәре үҙҙәрен ҡыйыу һәм ҡаһарман итеп күрһәтә».

Махсус хәрби операция барған осорҙа легендар яугирҙең һәм шағирҙың образы һәр патриотҡа айырыуса ҡәҙерле. 2022 йылдың 26 сентябрендә Башҡортостанда Рәсәй гвардияһы составында Салауат Юлаев исемендәге батальон ойошторолдо. Уның рухы ауыр ваҡытта яугирҙәргә ышаныс өҫтәй, көс бирә.

Реставрация нисек башланды

Салауат Юлаев һәйкәле алты тиҫтә йылға яҡын республика халҡын ҡыуандырып һәм туристарҙың иғтибарын йәлеп итеп торҙо. Мөһим даталарҙа һәйкәл алдына сәскәләр һалынды, туй көнөндә йәштәр уның янында фотоға төштө, балалы ғаиләләр яҡындағы паркта ял итте, күмәк саралар ойошторолдо. Ләкин һуңғы йылдарҙа һәйкәлдең торошо бик насар булыуы асыҡланды. 58 йыл эсендә һәйкәл бер тапҡыр ҙа тиерлек сифатлы итеп хеҙмәтләндерелмәгән, реставрация эштәре башҡарылмаған, уға ете ҡат буяу һалынған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ныҡлы ҡарары менән 2025 йылдың июнендә һәйкәлде реставрациялау эштәрен башлау тураһында иғлан ителде. Тикшергәндән һуң белгестәр һәйкәлдең ныҡ таушалған булыуы хаҡында һығымта сығарҙы: бронза буяу ҡуба башлаған, эске каркасы туҙған, ярыҡтар барлыҡҡа килгән. Шулай уҡ гранит постаментҡа ремонт талап ителә.

«Был еңел булмаған, әммә дөрөҫ ҡарарҙарҙың береһе, һәйкәлде эшләргә кәрәк. Беҙ уны бөтөнләй юғалтыр инек. Был ваҡытҡа ғына бәйле ине. Шуға халыҡтың да, йәмәғәтселектең дә беҙҙе хуплағандары өсөн рәхмәт», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Эштәр өс этапҡа бүленгән: әҙерлек (2025 йылдың сентябренә тиклем), төп (2025 йылдың октябренән 2027 йылдың апреленә ҡәҙәр) һәм һуңғы (2027 йылдың сентябренә тиклем). Хәҙер Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге махсус цехта ярты йыл элек һүтеп алынған һәйкәлде реставрациялау эштәре бара.

Скульптураны реставрациялауҙан тыш, һәйкәл алдындағы майҙанды яңыртыу һәм төҙөкләндереү планлаштырыла. Яңыртылған монументты һәйкәлдең 60 йыллығы һәм Республика көнө уңайынан 2027 йылдың октябрендә асырға йыйыналар. Проект Рәсәй художество академияһы һәм төбәк йәмәғәт комиссияһы контроле аҫтында тормошҡа ашырыла.

Буяу ҡатламы аҫтында нимәләр асыҡланды

Һәйкәлде һүткәс, буяуын йыуғас, йәнә етешһеҙлектәр асыҡланды. Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы ҡарамағындағы Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһе буйынса күҙәтеү советы ағзалары һүҙҙәренсә, һыбайлы һәм уның атының скульптураһын коррозия «ашаған», ярыҡтар, бушлыҡтар күп. Сәбәптәрҙең береһе – «металл арыған», сөнки уҙған быуаттың 60-сы йылдарында һәйкәлде төрлө ҡушылмалар өҫтәлгән суйындан эшләгәндәр. Икенсе сәбәбе – гигант скульптураны тейешенсә хеҙмәтләндермәү.

Салауат Юлаев һәйкәлен яҡшылап таҙартҡандан һуң металдың сифатын күрҙек. Һәйкәлдең торошо ҡурҡыныс хәлдә икәненә инандыҡ, — тип билдәләне Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы етәксеһе, Күҙәтеү советы рәйесе Салауат Ҡолбахтин. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күңелһеҙ асыштар күп. Сифатлыраҡ металл, суйын булһа, тейешенсә хеҙмәтләндерелһә, һәйкәл оҙағыраҡ торор ине.

Бынан тыш, реставраторҙар буяған ваҡытта эшләнгән дренаж хаҡында әйтте, шул сәбәпле конденсат ағып сыҡмаған, һәйкәлдең эсенә йыйылып торған.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, публицист Шамил ВәлиевСалауат Юлаев һәйкәленең элементтарын ентекле ҡарап сыҡҡандан һуң уның бик насар торошта булыуына инаныуы тураһында һөйләне.

«Һәйкәл Брежнев заманында эшләнгән. Ул ваҡытта шлак ҡушылған суйын ҡулланылған, 60 йыл эсендә ошо шлак йыуылып, өҫкө яғына сыҡҡан. Уның эсен тут баҫҡан, йыуылыу, ашалыу һөҙөмтәһендә бушлыҡтар барлыҡҡа килгән. Һәйкәл түбән сифатлы суйындан ҡойолған. Әйткәндәй, Тавасиевтың яһаған макеты камил булған, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Шамил Вәлиев. — Әммә уны ҡойған саҡта экономиялағандар, был иһә ярты быуаттан һуң һәйкәлдә ярыҡтар барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булған. Аңлауыбыҙса, һәйкәлдәр быуаттар буйына торорлоҡ итеп эшләнә, уларҙы 50 йылға бер тапҡыр алмаштырыу, хатта реконструкция үткәреү ҡаралмаған. Салауат һәйкәле ғәйәт ҙур, яр буйында өс терәктән генә, елгә ҡаршы тора. Күреүебеҙсә, был ат статуяһы элементтарының тышҡы һәм эске торошона ла йоғонто яһамай ҡалмағандыр».

Салауаттың бронза һынын мәңгеләштереү

Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәйкәлде реставрациялау барышы тураһында даими хәбәр итеп тора. Яңыраҡ ул монументты тергеҙеү варианттарын билдәләне.

«Ниндәй вариант булырға мөмкин? Бронзанан тап шундай уҡ яңы һәйкәл ҡойоу һәм элекке урынына ҡуйыу. Ул саҡта был һәйкәлде нимә эшләтергә тигән һорау тыуа. Был – мәҙәни мираҫ объекты. Ул да йыйыла һәм һаҡлана. Әммә уның һәр төрлө ел, климат, температура режимына нығыраҡ бирешеүен иҫәпкә алып, Өфөлә ниндәйҙер урында ҡуйырға һәм кешеләр килеп ҡарай алһын өсөн матур быяла менән ҡапларға тигән вариант бар», – тине Радий Хәбиров.

Шулай итеп, күренекле скульптор Сосланбәк Тавасиев эшләгән һәйкәлде бронзанан ҡойоп, иҫтәлекле урынына кире ҡуйырға мөмкин. Эксперттар Салауат Юлаев һәйкәлен авторҙың һыҙмаһы буйынса тергеҙергә кәрәклеген билдәләне. Рәсәй һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөлөш академияһы скульптура факультетының скульптура кафедраһы мөдире, профессор, Рәсәй художество академияһының мөхбир ағзаһы, Мәскәү Рәссамдар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау мәсьәләһе буйынса Күҙәтеү советы ағзаһы Салауат Щербаков үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.

«Башҡортостанда тарихи әйберҙәр, шул иҫәптән ҡамыт-дуғалар кеүек башҡорт аты кәрәк-яраҡтары менән Салауат Юлаев музейын ойошторорға була. Унда үҙенең тарихы булған ошо суйын һәйкәл лайыҡлы урын биләр ине. Әллә нисәмә быуын башҡорттар уны күреп үҫте. Уны быуаттар буйына һаҡлау өсөн Салауат Юлаев үҙәге булдырылырға һәм төп урында, бина эсендә, ошо һәйкәл торорға мөмкин. Донъяла тотош халыҡ өсөн әһәмиәтле булған ҡиммәтле шедеврҙың музейға әүерелгән осраҡтары етерлек тип уйлайым», – тине халыҡ рәссамы.

Щербаков донъя өлгөләрен – Давид Микеланджело скульптураһын, Санкт-Петербургтың Йәйге баҡсаһындағы скульптураларҙы миҫалға килтерҙе. Уларҙың да күсермәләре эшләнеп ҡуйылған.

«Башлыса һәйкәлдәр бронзанан ҡойола, сөнки бронза яҡшыраҡ, уға атмосфера йоғонто яһамай. Ғөмүмән, бронза ваҡытҡа бирешмәй. Салауат Юлаев һәйкәлен бронзанан эшләү идеяһы булған, скульптор Тавасиев үҙе лә уны бронзанан ҡойорға теләгән. Мин шул һәйкәлде күрҙем. Уның гипстан яһалған моделе Мәскәү өлкәһендәге элекке сиркәүҙә урынлашҡан цехта оҙаҡ торҙо. Беҙ уны ҡарарға барҙыҡ, ошо моделде - сиркәү эсендәге ғәйәт ҙур һыбайлыны иҫләйбеҙ. Шуға күрә һәйкәлде бронзанан ҡойоу идеяһын дөрөҫ тип уйлайым, бынан һуң ул Ағиҙел ярында мәңге торасаҡ. Белеүемсә, Башҡортостан Башлығы ла был идеяны хуплай, әлбиттә, халыҡ менән дә кәңәшләшергә теләй. Минеңсә, был дөрөҫ, яҡшы башланғысты хупларға кәрәк», – тине Салауат Щербаков.

Рәсәй архитекторы, Рәсәй художество академияһы академигы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы Александр Мирианашвили бронзанан яһалған һыбайлының да мәҙәни мираҫ объект булып иҫәпләнәсәген билдәләне.

Салауат Юлаевты суйын материалдан реставрациялап, кире урынына кире ҡайтарған осраҡта 20-30 йылға ғына гарантия бирергә мөмкин. Бронзанан яһалған иһә скульптура бик оҙаҡ — 150 йылдан күберәк хеҙмәт итеүе ихтимал.

* * *

Салауат ҡулға алынып, Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙер Эстонияның Палдиски ҡалаһы) һөргөнгә ебәрелгәс, батшалар осорондағы Рәсәйҙә уның исемен телгә алыу тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ хәтерендә герой тураһында «Юлай һәм Салауат» эпосы, бик күп әкиәттәр, риүәйәттәр һәм легендалар, ҡобайырҙар һәм бәйеттәр, йырҙар һәм көйҙәр һаҡланып ҡалған. ХХ-ХХI  быуаттарҙа милли батырға бағышланған бик күп сәнғәт әҫәрҙәре ижад ителгән. Был баһалап бөткөһөҙ мираҫ халыҡтың үҙ геройына сикһеҙ һөйөүен раҫлай, батырлығы үҙе үлгәндән һуң да азатлыҡ һәм бәхет өсөн көрәшергә саҡыра. Легендар Салауат Юлаев образы быуындан быуынға тапшырыла килеп, халыҡ күңелендә һаҡланып ҡына ҡалмаған, бөгөн дә ул беҙҙе илһамландыра. Беҙ барыбыҙ ҙа яратҡан һәйкәлебеҙҙең кире урынына ҡайтыуын көтәбеҙ һәм ул Ағиҙелдең бейек ярында мәңге торор тип ышанабыҙ.

 
 
Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә
Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә
Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә
Башҡортостанда Салауат Юлаев һәйкәленең яҙмышы хәл ителә
Автор:
Читайте нас