

Быға тиклем өгөлдөрҙө тиҙ генә бешереп алыу ысулы менән бер уртаҡлашҡайныҡ инде. Бына әле тағы ла бер тиҙ юл тураһында билдәле булды.
Әлбиттә, сөгөлдөрҙө ике сәғәт буйына ғәҙәти ысул менән бешерергә була, йәки духовкала бешереп алһаң, тәме юғалмай. Тик былар оҙаҡ, бысраҡ кәстрүлдәр, бөтә өйгә таралған еҫ, һыулы йәшелсә... Шуға был кәңәш тормошоғоҙҙо бер аҙ еңеләйтер кеүек. Эшләп ҡарайыҡ!
Был ысулды тормошҡа ашырыу өсөн бөтөн полиэтилен пакет, һыйҙырышлы кәстрүл һәм плитә талап ителә. Сөгөлдөрҙө ентекләп йыуырға, дүрт өлөшкә бүлергә һәм тышынан таҙартырға кәрәк (йәки башта таҙартырға, һуңынан ҡырҡырға). Ҙур йәшелсәне алты өлөшкә, ваҡтарын уртаға ҡырҡыу тәҡдим ителә. Әҙерләнгән киҫәктәр пакетҡа һалына һәм унда бер ҡалаҡ шәкәр өҫтәргә кәрәк. Шәкәр ҡуйы бордо төҫөн һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә һәм әҙерләү процесын тиҙләтә. Уны ҡулланыу мотлаҡ шарт!
Пакеттан мөмкин тиклем күберәк һауаны сығарырға кәрәк, юғиһә ул бешереү процесында өҫкә ҡалҡып сыға, ә был һөҙөмтәгә кире йоғонто яһай ала. Пакет тығыҙ бәйләнә һәм кәстрүлгә һалына, шунан һуң ҡайнар һыу (йәки һалҡын, әммә был осраҡта бешереү ваҡыты арта) менән тултырыла. Таймер 25 минутҡа ҡуйыла (ҙур киҫәктәре өсөн 30 минутҡа).
Был ваҡыт үткәндән һуң эҫе һыуҙы түгегеҙ, ә сөгөлдөрҙө биш минутҡа һалҡын һыуға һалығыҙ. Һөҙөмтәлә матур, йомшаҡ һәм сағыу төҫтәге йәшелсә барлыҡҡа килә, унда артыҡ дым булмай һәм яратҡан салат өсөн нигеҙ булырға әҙер.
Пакетта сөгөлдөр бешереүҙең өҫтөнлөктәре: таҙа һауыт-һаба, ваҡыт һәм ресурстарҙы экономиялау, насар еҫтең булмауы, тәм сифаттарының яҡшырыуы, сағыу төҫтәрҙең һаҡланыуы һәм һыу менән бәйләнештең булмауы. Берҙән-бер етешһеҙлеге – айырыуса тәьҫирле кешеләрҙә пакеттан продуктҡа зарарлы матдәләрҙең үтеп инеүе тураһында хәүеф тыуыуы ихтимал. Был осраҡта пакеттарҙағы ярмаларҙы иҫкә төшөрөргә кәрәк, улар бөтә ерҙә лә бер ниндәй ҙә ҡурҡыуһыҙ бешереү өсөн ҡулланыла.
Фото: нейроселтәр ярҙамында булдырылды.