

Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең мәҙәни үҫеше лидерҙарының береһе булып тора. Ул мәҙәниәт өлкәһендә һөҙөмтәле дәүләт сәйәсәте алып бара, патриотизм тәрбиәләүгә, граждандарҙың талантын үҫтереүгә һәм тормош сифатын күтәреүгә ҙур өлөш индерә. Ауыл ерендә мәҙәниәт үҫеше, Аҙнай ауылы клубы тураһында һөйләгем килә. Yҙәк мәҙәни hәм тарихи мираҫты һаҡлау, халыҡтың мәҙәни ҡиммәттәренә ирешеү мөмкинлеген арттырыу өҫтөндә эшләй, ауыл халҡының рухи үҫеше өсөн шарттар тыуҙыра. Шулай уҡ халыҡтың ижади потенциалын тормошҡа ашыра.
Таланттарҙы берләштереү быуындан-быуынға һаҡсыл рәүештә тапшырыла
Минең тыуған төйәгем — Аҙнай ауылы, мин унда тыуып үҫтем, беренсе аҙымдарымды яһаным, киләсәк өсөн белем һәм тәжрибә тупланым. Минең күңелемдә был уникаль урын, уңайлы йорт, ата-әсәйем, яҡындарым һәм ауылдаштарым тураһында йылы хәтирәлер әле лә күңелемде һаҡлана. Белмәйем, бәлки, был үҙенсәлекле тәбиғәт, һауа йәки Өйәҙе йылғаһы һыуҙарының уңай йоғонтоһолор, беҙҙең ауылда халыҡ бик талантлы. Һәр йортта йырсы, бейеүсе йәки музыкаль ҡоралда уйнаусы бар. Хәтерләйем, бала саҡта клубта һәр ваҡыт мауыҡтырғыс саралар, концерттар уҙа ине. Әнүәр Камаев оҫта итеп скрипкала уйнаны. Был музыка ҡоралы ул заманда беҙҙе яҡтарҙа әллә ни киң таралмаған булған. Беҙгә лә уны тыңлау бик ҡыҙыҡ һәм тулҡынландырғыс була торғайны. Ғәйнулла бабай Хафизов мандолинала һәм баянда уйнаны, Ғәҙелгәрәй бабай ҡурайҙа оҙон башҡорт халыҡ көйҙәрен һуҙҙы. Люциә Мырҙаханова халыҡ бейеүҙәрен дәртле итеп бейене, Фәүзия Әхмәтова ҡыҙыҡ монологтар, шиғырҙар һөйләне. Һәм беҙ ирекһеҙҙән яҡты, үҙенсәлекле, моңло көй һәм сәнғәт донъяһына эләктек. Бына ошо яҡтылыҡ, татланттар берләшмәһе быуындан-быуынға һаҡсыл тапшырылды.
Ә ул hинд фильмдары? Буш урындар булмай ине, кешеләр үҙ урындыҡтары менән килде, аралашты, күңел асты, фильм ҡараны, геройҙар өсөн борсолдо. Минең студент йылдарымда йәштәр кистәрен клубҡа йыйыла ине. Заманса музыкаға ғына түгел, гармунға бейенек, әйлән-бәйлән уйнаныҡ. Иң яҡшы Яңы йыл карнавалдары беҙҙең клубта уҙҙы! Ауыл халҡы матур образдар, мауыҡтырғыс костюмдарҙы уйлап табып, уларҙы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сценарийға ҡушты. Бында һәр ваҡыт үҙенә күрә бер төрлө яҡшы атмосфера булды. Һәм хәҙер ул ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса үҫеш усағы ғына түгел, ә кешеләрҙең аралашыу үҙәге булып ҡала, ул айырым уңай кәйеф өсөн шарттар тыуҙыра.
Башҡортостан Республикаһын башҡа төбәктәрҙә таныттылар
Ауылдың төп байлығы — уның талантлы, киң күңелле, музыкаль кешеләре. Аҙнай ауылы Мәҙәниәт йортоноң башҡорт фольклор төркөмө юҡҡа ғына «Хазина» тип аталмағандыр. Һүҙ уңайынан, был коллективты барлыҡҡа килеүе башында бар ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған Фәүзиә Әхмәтова тора. Ауыл үҙешсәндәренең үҙәгендә тороусы ҡайҙа ғына сығыш яһаманы! Ауылдың, райондың күп кенә байрам сараларын, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙы улар башланы. Яҡташыбыҙ, актер һәм режиссер Тимербулат Имашевҡа музей асыу тантанаһы бигерәк тә иҫтә ҡалды. Ауыл ерендә «Аҙнағол» тигән оло байрам уҙғарылды, унда беҙҙең «Хазина» башҡорт ансамбле иң яҡшы биҙәк булды. Бер генә Һабантуй ҙа уларҙан тыш үтмәне. Зәлир Зөфәр улы Әлмөхәмәтов ул замандарҙа тыуған ауылында йәшәмәһә лә, баян менән һәр ваҡыт ауылдаштарына ярҙам итте. Аҙнай ауылы клубы бөгөн дә ауылдың мәҙәни үҙәге булып ҡала, урындағы халыҡ өсөн ял ойоштора. Ауылдың мәҙәни тормошо тураһында Аҙнай ауылы клубы мөдире Рита Бәсим ҡыҙы Шәймәрҙәнова һөйләне, ул инде 14 йыл үҙ эшенә бар күңелен биреп эшләй.
— Был Мәҙәниәт йортонда 2012 йылда эшләй башланым. Беренсе эш итеп ауыл клубының киләсәктәге эшсәнлеге өсөн шарттарҙы яҡшыртыу менән шөғөлләндем. Материаль-техник база булдырыуға ҙур иғтибар бирелде. Башта үҙем генә эшләнем, һуңынан ауылыбыҙҙың ҙур хеҙмәт стажы булған китапханасыһы Фәнисә Камаева килде. Ул мәҙәниәт өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә кеше, һәм эшебеҙ еңеләйҙе. Мин эшкә кергәнсе клубта «Хазина» фольклор төркөмө эшләй ине, унда музыкаль йүнәлеш, бейеүсе өлкән йәштәге талантлы ҡатын-ҡыҙҙар йөрөнө. Киләһе составҡа яңы ҡатнашыусылар ҡушылды, репетициялар, сығыштар башланды. Тормошомдоң яңы этабына кереп киттем, — тип һөйләне Рита Бәсим ҡыҙы.
Фольклор коллективтары, традицион уйын ҡоралдары ҡулланып, халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен һәм йолаларын башҡарып, сараларҙы музыкаль яҡтан биҙәйҙәр. Вокал инстументаль ансамблдәре гармун, ҡурай, ҡумыҙ, баян йәки тере акустика менән халыҡ музыкаһын башҡара. Репертуар боронғо йырҙарҙы, таҡмаҡтарҙы һәм йолаларҙы үҙ эсенә ала.
— Талантлы баянсы, ҙур тәжрибәле музыкант Зәлир Зөфәр улы Әлмөхәмәтов менән уның тормош иптәше сәнғәт етәксеһе Рәзинә Әхсән ҡыҙы клубта эшләй башлағас, төркөмдә ҡатнашыусыларға еңелерәк булды. Сөнки коллективтың уңышы күбеһенсә музыкаль яҡтан биҙәүгә бәйле. Был был эш осоро беҙҙең өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Юғары рухи күтәрелеш, яҡшы кәйеф, яңынан-яңы эҙләнеүҙәр беҙҙе оҙата барҙы. «Хазина» фольклор коллективы менән район конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ала башланыҡ һәм, беҙҙең яҡшы эшебеҙҙе күреп, республика конкурстарына, фестивалдәренә ебәрә башланылар. Унан беҙ бер ҡасан да буш ҡул менән ҡайтманыҡ: беренсе, икенсе дәрәжә дипломдар алып ҡайттыҡ. Үҙебеҙ ҙә көтмәгәндә, Дәүләкән ҡалаһында үткән «Тылсымлы моңдар» республика фольклор конкурсында Гран-при яуланыҡ. Бынан тыш, сығыштар, ҡатнашыуҙар, еңеүҙәр ҙә күп булды. Үҙебеҙҙең сығыштар, концерттар менән ауылдаштарҙы һөйөндөрөп кенә ҡалманыҡ, бөтә ауылдарға ла барҙыҡ. Үҙебеҙ тураһында бик күп рәхмәт һүҙҙәре ишеттек. Ә артистар өсөн яҡшы һүҙ киләсәк ижад өсөн мөһим критерий булып тора, — тип һөйләне Рита Шәймәрҙәнова.
85 йәшендә үҙенең ғәжәйеп бейеүҙәре менән һөйөндөрә
Барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашыусы — Люциә Мырҙаханова. Бөтмәҫ энергия, талант яҡтылығы, бик ҙур хеҙмәт уның тормошонда һәр ваҡыт юлдаш булды. Мин һәр ваҡыт уның тормош һөйөүсәнлегенә һоҡланам. Балалар үҫтерергә, хужалыҡта ла эшләргә, клубта ла сығыш яһарға өлгөргән! Тиҙҙән уға 85 йәш тула, һәм ул һаман да үҙенең ғәжәйеп бейеүҙәре, матур тауышы менән тамашасыларҙы һөйөндөрә. Бынан тыш, ул ирекмәндәргә ярҙам итергә өлгөрә: маскировка селтәре үрәләр, яугирҙәргә хуш еҫле сәй әҙерләйҙәр. Уның оҙон ғүмерле булыуының һәм хәрәкәтсән йәшәү рәүешенең серҙәре шунда: ул бала саҡтан уҡ хеҙмәткә өйрәнгән, бер ҡасан да тормоштан артта ҡалырға теләмәгән, һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәткән, халыҡ араһында булған һәм һәр миҙгелдең ҡәҙерен белгән. Yҫеп килеүсе быуынға ул күберәк хәрәкәтләнергә, аҙыраҡ ялҡауланырға теләне. Люциә апай телефондар балалар үҫешенә ҡамасаулай, тип борсола.
Ауыл, район, республика дәрәжәһендәге саралар биҙәге
Ауылыбыҙҙың тағы бер аҡһаҡалы — Мәжит ағай Миһранов. Был кешене легендар шәхес, тип әйтергә була. Ул үҙенең сығышы, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуы менән һәр ваҡыт ауыл, район, республика күләмендәге байрамдарҙы биҙәй. Уның оло хужалығы, умартасылығы, аттары бар, ейәндәре үҫә ... Үҙешсән сәнғәттә лә ҡатнашырға өлгөрә. Ул — район һәм республика конкурстарында еңеүсе, призер. Урта быуын артистарынан Хәйҙәр Ғәйнулла улы Хафизовты бигерәк тә билдәләп үтке килә. Ул үҙ тауышы менән тамашасыларҙың күңелен яулап алды. Яҡшы ғаилә башлығы, оҫта ҡуллы, бик тырыш кеше. Ә сәхнәлә — эстрада йырҙарын талантлы башҡарыусы. Ауыл Мәҙәниәт йортонда «Ялан» ир-аттар вокаль ансамбле эшләй (етәксеһе З. Әлмөхәмәтов), ул күп тапҡырҙар төрлө конкурстарҙа еңеп сыҡҡан. «Тамаша» театр коллективы (етәксеһе Рәзинә Әлмөхәмәтова) театр район коллективтары фестиваленең I дәрәжә лауреаты һәм призеры булды. «Моң» баянсылар ансамбле (етәксеһе З. Әлмөхәмәтов) «Ике аҡҡош» республика музыкаль конкурсында беренсе мәртәбә беренсе урындарҙы яуланы. Барлыҡ грамота һәм дипломдарҙы һанап бөтөрөп булмай, улар бик күп. Был клуб белгестәренең тырыш, бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс хеҙмәте һөҙөмтәһе.
Рита Бәсим ҡыҙы клубта олоһо ла, кесеһе лә шөғөлләнә, тип һөйләне. Балалар өсөн даими рәүештә саралар үткәрелә. Бынан тыш, бында МХО зонаһына ебәреү өсөн кәрәкле әйберҙәр әҙерләүсе волонтерҙар йыйыла. Рита Бәсим ҡыҙы инде күп йылдар ауыл клубының айырылғыһыҙ өлөшө булған ауылдаштары тураһында айырым рәхмәт белдерә.
— Күп йылдар буйына көстәрен һәм ваҡыттарын ҡыҙғанмайса клубҡа йөрөгән, заман менән бергә атлаған, мәҙәни сараларҙа ҡатнашҡан, сәнғәт һөйөүселәргә ысын күңелден рәхмәтемде белдерәм. Былар — Люциә Мырҙаханова, Ғәлиә Мөхәмәтшина, Флорида Шөғәйепова, Фәүзиә Әхмәтова, Роза Мусина, Фидалия Ситдиҡова, Рәзинә Әлмөхәмәтова, Гөлназ Садыҡова, Зөлфиә Сафина, Әҡлимә Хафизова, Айгөл Шәймәрҙәнова, Мәжит Миһранов, Хәйҙәр Хафизов. Улар һәр ваҡыт сәләмәт, бәхетле, позитив булһындар һәм был музыка өлкәһе барыһына ла шатлыҡ һәм оҙон ғүмер килтерһен! — ти Рита Шәймәрҙәнова.
Торлө быуын кешеләрен берләштереүсе башҡорт теле, мәҙәниәте йәшәһен.
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Рита Шәймәрҙәнова фотолары.