

Өфөлә Башҡорт дәүләт аграр университетында “Һыу туризмы буйынса инструктор-юл күрһәтеүсе” ҡайтанан һөнәри әҙерлек программаһы буйынса уҡыуҙы 21 ҡатнашыусы тамамланы. Туристик тармаҡтың кадрҙар потенциалын үҫтереү “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) милли проекты бурыстарына тап килә, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.
256 сәғәтлек интенсив курс ике ай тиерлек - 26 февралдән 27 апрелгә тиклем дауам итте. Дипломдарҙы тапшырыу тантанаһы май аҙағында үткәрелә. Программа сиктәрендә тыңлаусылар турист төркөмдәрен оҙатып барыу, һыу маршруттарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, туристарға беренсе ярҙам һәм психологик ярҙам күрһәтеү нигеҙҙәрен өйрәнде.
“Квалификациялы инструктор-юл күрһәтеүселәр әҙерләү төбәктә әүҙем туризмды үҫтереүгә, туристик хеҙмәттәрҙең сифатын һәм хәүефһеҙлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Белгестәрҙең алған белеме һәм практик оҫталығы республика ҡунаҡтары өсөн яңы хәүефһеҙ маршруттар булдырырға һәм сервис кимәлен арттырырға мөмкинлек бирә”, - тип билдәләне төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәйәхәт ҡылыуҙы үҫтерергә ярҙам итә. Туристар - сифатлы сервис һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәфәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: gtrkrb.ru
https://bashgazet.ru