Дим буйҙары
+21 °С
Облачно
Общие статьи
25 Мая , 04:31

Аномаль эҫенән һуң һалҡындар килә

Башҡортостан халҡын һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе көтә, тип хәбәр итә синоптиктар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Аномаль эҫенән һуң һалҡындар киләАномаль эҫенән һуң һалҡындар килә
Аномаль эҫенән һуң һалҡындар килә

Бөгөн, дүшәмбе, 25 майҙа, атмосфера баҫымы түбәнәйә башлай, ә республиканың төньяғында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыу ихтималлығы арта. Был көндө үҙгәреүсән болотло һауа торошо көтөлә: төндә +15,+17 градус, көндөҙ +26,+28. Ел көньяҡ-көнбайыштан, уртаса тиҙлектә.

Шишәмбе, 26 майҙа, болотло һауа торошо, ҡыҫҡа ваҡытлы һәм йәшенле ямғырҙар яуыуы фаразлана. Төнөн һауа температураһы +14,+16 градус, көндөҙ +26,+28 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көслө.

Ысын һыуыҡтар аҙна уртаһында, циклон Рәсәйҙең төньяҡ-көнбайышынан Уралға күскәс башлана. Шаршамбы, 27 майҙа, түбән баҫым фонында үҙгәреүсән болотло һауа торошо һәм ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, көндөҙ һауа температураһы  +15,+17 градус.

Ә инде кесе йома, 28 майҙа, термометр бағаналары тағы ла түбәнерәк төшәсәк: төндә +7,+9 градус көтөлә, көндөҙ +12,+14 градус, ел көньяҡ-көнбайыштан уртаса тиҙлектә буласаҡ.

Әммә һыуыҡтар осоро оҙаҡҡа бармаясаҡ. Метеорологтар прогнозы буйынса, 1 июнгә республикаға ҡабаттан йылылыҡ ҡайтасаҡ: +20,+21 градусҡа тиклем йылытасаҡ, тип вәғәҙә итә синоптиктар.

Башинформ. 

Аномаль эҫенән һуң һалҡындар килә
Аномаль эҫенән һуң һалҡындар килә
Автор:
Читайте нас