

Форумда республиканың төрлө райондарынан, ҡалаларынан, ижтимағи ойошмаларҙан, предприятиеларҙан вәкилдәр йыйылды. Уларҙың барыһын да бер маҡсат берләштерә — тыуған яҡты үҫтереү, кешеләргә ярҙам итеү. Бишбүләк районы ирекмәндәре МХО-лағыларға күрһәтелгән ярҙам тураһында күргәҙмә ойошторҙо.
Беҙҙең район делегацияһын район хәкимиәте вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А.А.Ғәлиев етәкләне.
Сарала ҡатнашыусылар Башҡортостандың киләсәге тураһында фекер йөрөттө: йәштәрҙе тәрбиәләү, өлкән быуын тураһында хәстәрлек күреү, мәҙәниәтте үҫтереү, ауылдарҙы төҙөкләндереү, алға табан хәрәкәт итеү өсөн нигеҙҙәр булдырыу. Иң мөһиме, бөтә эшләнгән идеялар конкрет проекттарҙың нигеҙе булырға тейеш. Форумда шулай уҡ наградалар тапшырыу тантанаһы үтте. Мәҫәлән, "Атайсал" проектында ҡатнашҡаны өсөн Сиҙәкбаш ауылы 200 мең һумға лайыҡ булды.