

Бәләбәйҙә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙың ҡатынын 4,5 миллион һумға алдаған мутлашыусыларҙың ярҙамсыларын ҡулға алыу хаҡында БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте:
- Барыһы ла 49 йәшлек тол ҡатынға ялған "хәрби комиссариат"тан шылтыратыуҙан башлана. Хәрби комиссариат хеҙмәткәре ҡатындың иренә тейешле награда тураһында хәбәр итә. Пособие алыу өсөн ул паспорт мәғлүмәттәрен һорай. Бер аҙҙан тол ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хеҙмәткәре тип таныштыра һәм шәхси кабинетын ватыуҙары, шәхси мәғлүмәттәрҙе урлауҙары тураһында белдерә. Һуңынан һөйләшеүгә ФСБ һәм Үҙәк банктың ялған хеҙмәткәрҙәре ҡушыла. Һеҙҙең исемгә юлланған кредит дуҫ булмаған илдәрҙә законһыҙ эшмәкәрлекте финанслауға тотонола, тип ышандыралар.
Артабан мутлашыусылар иҫәптән бөтә аҡсаны алып, "декларация" өсөн курьерға тапшырыуҙы талап итә. Аферистарҙың күрһәтмәһе буйынса ҡатын яңы автомобиль һатып алыу һылтауы менән банктан 4,5 миллион һум аҡсаһын ала һәм «куратор»ҙың шылтыратыуын көтөп, өйөнә ҡайта.
Әлдә бәхетенән шул ваҡытта улы ҡунаҡҡа килгән була. "ФСБ хеҙмәткәренең" тыйыуына ҡарамаҫтан, ҡатын илай-илай булған хәл тураһында һөйләй. Улы шунда уҡ барыһын да аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итергә ашыға.
Енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре зыян күреүсегә үҙ ролен аҙағына тиклем уйнарға тәҡдим итә. Оперативниктар контроле аҫтында ҡатын күрһәтелгән адрес буйынса бара һәм аҡса һалынған пакетты ике йәш егеткә тоттора. Полиция хеҙмәткәрҙәре шул мәлдә уларҙы ҡулға ала.
4,5 миллион һум аҡса ятҡан пакетты алған курьерҙар - Ҡазандан 17 һәм 18 йәшлек егеттәр.
Һорау алыу ваҡытында ҡулға алынғандар тиҙ аҡса эшләү ысулын мессенджерҙа тапҡанын таный. Кураторҙар уларға ҡорбандың адресына тиклем юл хаҡын түләй. Йәштәр килешелгән процентты үҙҙәренә ҡалдырып, ҡатындан алған аҡсаны аралашсыға тапшырырға тейеш булалар.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
БР буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: курьер булырға ризалашып, һеҙ енәйәттең тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыһы булаһығыҙ. Бер төркөм кешеләрҙең алдан килешеп мутлашыуы өсөн енәйәт яуаплылығы 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, суд ҡарары буйынса курьер алдаҡ ҡорбандарына зыянды ҡапларға бурыслы. «Еңел эш хаҡы» һәм «яҡшы процент» вәғәҙәләренә ышанмағыҙ! Әгәр һеҙгә башҡаларҙың аҡсаһын тапшырыуҙа йәки аҡсаны ҡулаҡсаға әйләндереүҙә аралашсы эшен тәҡдим итһәләр, был хаҡта шунда уҡ полицияға 102 телефоны аша хәбәр итегеҙ.