

2026 йылдың август-сентябрендә Башҡортостан илдең ете төбәге менән бергә иң көслө спортсылар араһында йәйге спорт төрҙәре буйынса II Бөтә Рәсәй спартакиадаһын ҡабул итәсәк. Ошо йылдан ул “Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы” исемен йөрөтә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировта үткәргән оператив кәңәшмәлә республиканың вице-премьер – спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итте.
Сара 2028 йылда Лос-Анджелеста үтәсәк йәйге Олимпия уйындарына Рәсәй йыйылма командаларын туплау өсөн төп милли һайлап алыу этабы буласаҡ.
Башҡортостанда спорт көрәше, фехтование, ишкәкле слалом, велосипед спорты, асыҡ һыуҙа йөҙөү һәм триатлон буйынса ярыштар үтәсәк. Унда 1500 самаһы кеше ҡатнашасаҡ. Республиканан 33 спорт төрөндә 120 атлет ҡатнаша.
2022 йылда көслө спортсылар араһында йәйге спорт төрҙәре буйынса I Бөтә Рәсәй спартакиадаһында Башҡортостан илдең 68 төбәге араһында 19-сы урынды биләне. Беҙҙең йыйылма команда ул саҡта өсәр алтын, көмөш һәм бронза миҙал яулай.
Башҡортостан Башлығы “Рәсәй халыҡтары спартакиадаһын” үткәреүгә сифатлы әҙерлекте тәьмин итергә ҡушты.
–Рәсәй Спорт министрлығының календарь планында был иң юғары ярыштар, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә бер нисә дисциплина үтәсәк. Был бик ҙур яуаплылыҡ. Объекттарыбыҙ бар. Әле спортсыларыбыҙҙы әҙерләү өсөн йыйылыштар үткәрергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Сығанаҡ: bashgazet.ru