Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Общие статьи
2 Июня , 12:05

Өлкәндәрҙе хәстәрләп

Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылының ололар һәм инвалидтар өсөн социаль приюты ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ышаныс һәм өмөт уята

Өлкәндәрҙе хәстәрләпӨлкәндәрҙе хәстәрләп
Өлкәндәрҙе хәстәрләп

Башҡортостанда өлкән йәштәге граждандар өсөн социаль приюттарға һәм интернат-йорттарға дәүләт ярҙамы лайыҡлы йәшәү шарттарына, тәрбиәләүгә һәм медицина хеҙмәте күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Республикала дәүләт учреждениелары селтәтре лә, был өлкәлә шәхси инициативаларға ярҙам итеү ойошмаһы эшләй. Бишбүләк районында өлкән йәштәге граждандарға һәм инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү ваҡытлыса йәки даими йәшәү, медицина ярҙамы һәм көнкүреш хеҙмәте күрһәтеүсе махсус учреждениелар тарафынан тормошҡа ашырыла. Шундай ойошма Ҡыңғыр-Мәнәүез ауылында бар. Ул Юғары Троицкийҙың “Вера” социаль хеҙмәт күрһәтеү йортоноң дәүләт бюджет учреждениеһына ҡарай. Был йортта йәшәүселәрҙе таҙалыҡ һәм тәртип, йыйнаҡлыҡ һәм йылылыҡ солғап алған. Бүлек етәксеһе Раиса Рамоновна Рәхимова һәм хеҙмәткәрҙәр: ашнаҡсылар, шәфҡәт туташы, склад мөдире, тәрбиәсе ярҙамсылары, водителдәр өлкәндәрҙе ҡайғырта. Бында йәшәүселәр уларҙың барыһына ла рәхмәт белдерә.

Минең яҡташым Йәмилә Имашеваға 79 йәш, ул бында дүрт йыл йәшәй. Берҙән-бер ҡыҙын юғалтҡандан һуң, ул ауырып китә, бер йыл дауаханала ята. Унда ул юғары квалификациялы медицина ярҙамы ала, һәм уға ярҙам ҡулы һуҙыусыларға айырыуса рәхмәтле ул. Үҙенең янына кейәүе, ейәндәре килеүенә һөйөнөсөн йәшермәй. Вера Николаева тыумышы менән Миәкә районының Яңы Ҡарамалы ауылынан. Ул яңғыҙы ҡалғас, бында килергә ҡарар итә. Сәләмәтлеге лә шәптән булмаған оло йәштәге ҡатын бында өс ай самаһы йәшәй.

Барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә ысын күңелдән рәхмәтлемен: яҡшы ашаталар ҙа, мәнәмсәбәттәре лә яҡшы, барыһы ла ярҙамсыл һәм асыҡ күңелле, - тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлаша ул.

Бәләбәй ҡалаһынан килгән Юлиә Николаевна Кириллова үҙенең тормош хәле тураһында һөйләне. Уның улы вахта ысулы менән эшләй һәм өлкән йәштәге әсәһен гел ҡарай. Шуға күрә бында уның икенсе йорто. 1940 йылда Рәшит Солтан улы Мәхияновты бәләгә тарығас – уның йорто янғас, бында урынлаштырғандар. Һәр кемдең үҙенең яҙмышы, үҙ ҡайғыһы. Төрлө милләт кешеләре йәшәгән был йорт тормош ауырлыҡтарын еңергә ярҙам итә.

Был йортта барыһы ла шәфҡәт туташы Люзиә Мансур ҡыҙы Хәлиуллинаға ысын күңелдән рәхмәт әйтәләр. Үҙенең һөнәри бурыстарын үтәүҙән тыш, ул яҡшы психолог та -  рухи яраларын дауалай, барыһын да иғтибар менән тыңлай, кәңәштәрен бирә.

- Мин бында 1999 йылдан бирле. Бында шул ҡәҙәр оҙаҡ эшләрмен тип уйламағайным. Ваҡыт үтеү менән барыһына ла күнектем. Һәр ҡайһыһына эйәләшәһең, һәр кем өсөн борсолаһың. Бында улар тормошо менән йәшәмәйенсә эшләп булмай, - ти Люзиә Мансур ҡыҙы.

- Беҙҙең ойошма 1996 йылдан бирле эшләй, ә был бинаға 1998 йылдың 1 октябрендә күстек. Бөгөнгө көндә ул 40 урынға иҫәпләнгән, - тип һөйләй Раиса Рәхимова. - Ауыр тормош хәлендә ҡалғандар бында һыйыныр урын таба. Социаль участковый ундай кешеләрҙе асыҡлай, шәхси эштәрен формалаштыра, министрлыҡҡа мөрәжәғәт итә һәм бында йәшәү өсөн йүнәлтмә ала. Улар беҙгә килгәс, өйрәнеү осоро бик ҡатмарлы уҙа. Стресс кисергән өлкән йәштәгеләр яҡшы тормош шарттарына эләгеүенә ышана алмайҙар, ә һуңынан шундай өйрәнәләр, хатта туғандарының ҡунаҡҡа саҡырыуҙарын да кире ҡағалар. Улар үҙ өйҙәрендәге кеүек хис итһен өсөн бар көсөбөҙҙө бирәбеҙ. Беҙҙең төп маҡсат – өлкәндәр үҙҙәрен яҡшыраҡ хис итһендәр өсөн – тейешле хеҙмәт күрһәтеү. Туҡланыу өлкәһендә лә үҙгәрештәр бар, улар үҙҙәре һайлаған ризыҡтарҙы менюға индерәбеҙ.

Бында шулай уҡ тәрбиәләнеүселәрҙең рухи байлығына ла ҙур иғтибар бирелә. Бында концерттар, бүләктәр менән йыш киләләр. Миәкә районынан Регина Шарова беҙҙә йыш ҡунаҡ. Ул хәйриә акциялары үткәрә, бүләктәр өләшә. Мәктәп уҡыусылары сығыш яһай – был саралар һәр кемдең күңелен күтәрә. Бүлексә сиркәү һәм мәсет менән дә хеҙмәттәшлек итә. Район үҙәгендәге Изге Троица храмынан Владимир атаҡай һәм мәсеттән Рәсимә Әйүп ҡыҙы һәр ваҡыт байрамдарҙа килә.

Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр бында йәшәүселәрҙең буш ваҡытын ойоштороу өсөн көс һала. Бында аҙнаның һәр көнөндә саралар үтә: дүшәмбе – спорт көнө, шишәмбе – кулинария көнө. Был көндә теләгәндәр ниндәйҙер ризыҡ әҙерләүҙә ҡатнаша ала. Был эш уларҙы илһамландыра, бик теләп ҡатнашалар. Бында эшләүселәр бар нәмәгә һәләтле, улар тегә, бәйләй, сигә, рәсем төшөрә. Әбей-бабайҙарҙы ҡыҙыҡлы эшкә йәлеп итеү өсөн түңәрәктәр ойоштора.

Осрашыу һуңында социаль приютта йәшәүселәрар алмағас янында иҫтәлеккә фотога төштөләр. Был изге йорт менән күп йылдар етәкселек иткән, һәр кемдең яҙмышы өсөн борсолған Раиса Рамоновна шундай ваҡиға тураһында һөйләне:

- Беҙҙә оҙаҡ ваҡыт Анастасия Осипова йәшәне. Тәҙрә төптәрендәге гөлдәрҙе тәрбиәләргә ярата ине. Бер ваҡыт ул алма төшөн гөл һауытына һалған. Һауытта, беҙҙе ғәжәпләндереп, үҫенте барлыҡҡа килде һәм үҫә башланы. Бер аҙҙан алма ағасы үҫеүен аңланыҡ һәм уны баҡсаға ултыртырға булдыҡ. Ул үҫә башлағас, йылдан-йыл нығынып, емештәре барлыҡҡа килгәс, барыбыҙ ҙа шатландыҡ. Әлеге сорт “Макинтош” тип атала икән. Һуң өлгөрә, алмалары ҡыҙыл һәм тәмле. Бер йылда ун алты йәшник йыйҙыҡ, алмалар ҡыш буйына тиерлек етте. Анастасия Осипова күптән инде баҡыйлыҡҡа күсте, ә ул ултыртҡан алмағас үҫә һәм мул уңышы менән беҙҙе ҡыуандыра. Барыһы ла уны яҡшы һүҙ менән генә иҫкә ала.

Ошо алмағас кеүек үк, әлеге йортта эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең мәрхәмәтлеге лә кешеләрҙең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр. Бәләбәйҙән килгән Марина Николаева ла был приют тураһында тик йылы һүҙҙәр генә әйтә. Бында уның туғаны Галина Николаевна Тибейкина ла йәшәй, ул әлеге социаль объект хеҙмәткәрҙәренең яҡшылығына һәм изге күңелле булыуҙарнына һоҡлана. Ул киләсәктә ял итеү һәм спорт зоналарының төҙөкләндерелеүен теләй. Бәлки, был тәҡдимгә ярҙам итергә теләүселәр ҙә барлыҡҡа килер.

Мәрхәмәтлек йортона изгелек, бәхетле ҡартлыҡ теләйек!

Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА,

Автор фотоһы.

  

Өлкәндәрҙе хәстәрләп
Өлкәндәрҙе хәстәрләп
Өлкәндәрҙе хәстәрләп
Автор:
Читайте нас