

Өфөнөң Орджоникидзе районында 66 йәшлек пенсионер енәйәтселәр ҡорбаны булған. Билдәһеҙ кешеләр, үҙҙәрен Пенсия фонды, Үҙәк банк һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, ир-атты йәнәһе «хәүефһеҙ счет»ҡа аҡса күсерергә күндерә. Һөҙөмтәлә зыян күркүсе 300 мең һумдан артыҡ аҡса юғалтҡан.
Өфөнөң Киров районында 50 йәшлек кеше мошенниктар ҡорбаны булған. Бер нисә көн дауамында уға мобиль телефонға шылтыратыуҙар, шулай уҡ мессенджерҙа хәбәрҙәр килә. Билдәһеҙ кешеләр үҙҙәрен счетчиктарҙы алыштырыу ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре, артабан — «Госуслуги» порталы һәм "Росфинмониторинг" белгестәре тип таныштыра. Иҫәпкә алыу приборҙарын тикшереү, «Дәүләт хезмәттәре»ндә шәхси кабинетты ватыуҙы булдырмау һәм аҡсаларҙы яҡлау һылтауы менән улар ир-атты күрһәтелгән счеттарға шәхси тупланмаларын күсерергә күндергән. Зыян күләме 265 мең һум тәшкил иткән.
Тағын бер факт Стәрлетамаҡтың 51 йәшлек кешеһе ғаризаһы буйынса теркәлгән. Ир-ат хәбәр итеүенсә, билдәһеҙ кешеләр уның исеменә ул элек ҡулланған телефон номерын ҡулланып онлайн-кредит рәсмиләштергән. Мошенниклыҡ эше буйынса 500 мең һумдан артыҡ аҡса урланған.
Сибайҙа полицияға Баймаҡ районында йәшәүсе 20 йәшлек кеше мөрәжәғәт иткән. Егет интернет-платформа аша инвестицияларҙан юғары керем вәғәҙә иткән билдәһеҙ кешеләр күрһәткән счеттарға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсереүен һөйләгән. Аҡса күсергәндән һуң ойоштороусылар менән бәйләнеш өҙөлгән.
Өфө юғары уҡыу йорттарының береһендә уҡыусы 19 йәшлек ҡыҙ мошенниктарға ҙур сумма күсергән. Енәйәтселәр, үҙҙәрен дәүләт структуралары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, ҡыҙҙы яңылыш юлға керетә һәм аҡсаны «хәүефһеҙ счетҡа» күсерергә күндерә. Зыян 1,7 миллион һумдан артыҡ тәшкил иткән.
Башҡортостан буейынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: банктар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, дәүләт учреждениелары һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да аҡсаны "хәүефһеҙ счеттарға" күсереүҙе талап итмәй. Бындай шылтыратыуҙар кергәндә кисекмәҫтән әңгәмәне туҡтатырға һәм полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
kiziltan.ru