Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Общие статьи
3 Июня , 13:43

Беҙҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Рәсәй көнө уңайынан оҙайлы ялдар һәм ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтәБеҙҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Беҙҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе Рәсәй көнө уңайынан өс көн рәттән ял көтә. 12, 13 һәм 14 июнь – ял көндәре. Кемдәр алты көн эшләй, улар 12 һәм 14 июндә ял итә.

Кесе йома, 11 июндә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Йыллыҡ түләүле отпуск алғанда 12 июнь генә календарь ял көндәре иҫәбенә индерелмәй, йәғни отпуск бер көнгә оҙайтыла.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда киләһе оҙайлы ял көндәре октябрҙә генә көтөлә. Йәкшәмбегә тура килгән Республика көнө айҡанлы ял дүшәмбегә күсерелә. Шулай итеп, 10 октябрҙән 12-һенә тиклем ял итәбеҙ.

Башинформ. 

Беҙҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Беҙҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Автор:
Читайте нас