Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Общие статьи
5 Июня , 12:25

Башҡортостан - яугирҙәр һәм ветерандар менән эшләүҙә өлгө

Радий Хәбиров ПМЭФ-та “Тыныс тормош нигеҙе булараҡ рухи ҡиммәттәр һәм берҙәмлек” дискуссияһында ҡатнашты. 

Башҡортостан - яугирҙәр һәм ветерандар менән эшләүҙә өлгөБашҡортостан - яугирҙәр һәм ветерандар менән эшләүҙә өлгө
Башҡортостан - яугирҙәр һәм ветерандар менән эшләүҙә өлгө

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Тыныс тормош нигеҙе булараҡ рухи ҡиммәттәр һәм берҙәмлек” дискуссияһында ҡатнашты.

Осрашыуҙа ҡатнашыусылар махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеүҙә, уларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыуында, шулай уҡ йәмәғәтселектең татыулығын һәм конфессия-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙа традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙең ролен тикшерҙе.

Статс-секретарь – Рәсәй оборона министры урынбаҫары, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева “Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге” фестивале хаҡында һөйләне. Башҡортостан был проектты тормошҡа ашырыу өсөн тәүге сағыу майҙансыҡ булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

– Фестиваль этабында Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәренән ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуын һәм ҡулдан эшләнгән әйберҙәрен тәҡдим итте. Сәхнәлә берләшкән, мәҙәниәтен һаҡлаған һәм яҡындары хаҡында хәтер һаҡлаған әсәләрҙе һәм ҡатындарҙы күреү айырыуса хисле булды, – тине Анна Цивилева. – Был проект бөтә Рәсәй кимәлендә танылыу алыр һәм уны һәр федераль округта уҙғарырҙар, тип ышанабыҙ.

Фекер алышыуҙа сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы, тап йәмғиәттең әхлаҡи принциптары һәм берҙәмлеге махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү буйынса эштең нигеҙендә ята, тип билдәләне.

– Егеттәргә алғы һыҙыҡта ниндәй хаҡ түләргә тура килеүен аңлайбыҙ. Беҙ ирекле подразделениелар төҙөй башлағас, яугирҙәргә руханиҙар менән аралашыу мөмкинлеге бирергә кәрәк тип уйланым. Беҙ подразделениеларға Хәмзә хәҙрәт менән отец Викторҙы беркеттек, улар, үҙҙәре граждан булһа ла, егеттәр янына барҙы. Республикала уларҙы “изге туғандар” тип атайбыҙ – улар бергәләп яугирҙәребеҙгә ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды эшенең мөһимлеген билдәләне һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау – һәр кешегә квалификациялы ҡараш һәм һиҙгер мөнәсәбәт талап иткән ҡатмарлы мәсьәлә, тип билдәләне.

– Реабилитация – ауыр эш, һәм беҙ уны профессиональ рәүештә эшләргә тейешбеҙ. Кешеләр фронттан ҡайтып, төрлөсә йыуаныс эҙләй. Мәҫәлән, иптәштәрен юғалтҡан башҡорт батальондары яугирҙәре бергә йыйыла, һәләк булғандарҙы иҫкә ала, – тине Радий Хәбиров. – Әммә яраланған, йәрәхәтләнгән, контузия алған кеше менән һөйләшер өсөн етди әҙерлек талап ителә. Кешеләрҙең күңелен аса алырлыҡ белгестәр булыуы мөһим.

Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың МХО-нан ҡайтҡан яугирҙәрҙе реабилитациялау һәм эшкә урынлаштырыу өлкәһендәге яҡшы һөҙөмтәләрен билдәләне.

– Беҙ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү буйынса комплекслы эш ойошторҙоҡ. Алдынғы һыҙыҡтан ҡайтҡан егеттәрҙең дүрттән өс өлөшө эшкә урынлаштырылған да инде. Был беҙҙең яугирҙәр тураһында дөйөм хәстәрлекте сағылдырған яҡшы күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта тағы ла күп эштәр тора, шул иҫәптән яраланғандар менән дә эшләргә кәрәклеген аңлайбыҙ, – тине республика Башлығы. – Был йәһәттән тәжрибәбеҙ менән башҡа төбәктәр менән уртаҡлашыуыбыҙҙы дауам итәсәкбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

bashgazet.ru

Башҡортостан - яугирҙәр һәм ветерандар менән эшләүҙә өлгө
Башҡортостан - яугирҙәр һәм ветерандар менән эшләүҙә өлгө
Автор:
Читайте нас