Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Общие статьи
5 Июня , 12:16

Республика өсөн мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан “Полиметалл” компанияһы менән капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү төҙөнө. 

Республика өсөн мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылдыРеспублика өсөн мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды
Республика өсөн мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды

Бөгөн ПМЭФ-2026 форумы майҙанында Рәсәй иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында “Полиметалл” компанияһы менән капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Илдең Иҡтисади үҫеш министрлығы, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы һәм “Полиметалл УК” акционерҙар йәмғиәте төҙөгән документ Башҡортостандың Хәйбулла районында Новопетровск ятҡылығын эшкәртеүҙең төп шарттарын нығыта. Килешеү инвестицияларҙы яҡлауға комплекслы ҡарашты күҙ уңында тота. Был – ҙур инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы инструменты, ул оҙайлы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу шарттарын һаҡлап ҡалыуҙы гарантиялай.

– Капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү механизмы бизнес тарафынан талап ителә. Ул рентабеллелекте һаҡлауға булышлыҡ итә һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың норматив шарттарының үҙгәрешһеҙлеген көйләүсе гарантиялар иҫәбенә инвесторҙың хәүефен кәметә. Шул уҡ ваҡытта инвесторҙар технологик суверенитетҡа һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә өлгәшергә ярҙам иткән проекттарға аҡса һала. Иҡтисади үҫеш министрлығы был механизмды камиллаштырыуҙы дауам итә, – тип билдәләне Максим Решетников.

“Полиметалл” компанияһы проекты сиктәрендә Новопетровск ятҡылығында етештереү һәм инженер инфраструктураһы объекттарын төҙөү ҡаралған, шул иҫәптән ер аҫты руднигы, вахта ҡасабаһы, ятаҡ, ашхана һәм башҡа объекттар. Етештереүҙе 2029 йылда башлау планлаштырыла, капитал һалыуҙарҙың дөйөм күләме 11,6 миллиард һум тәшкил итәсәк.

Билдәләп үтәйек, Новопетровск ятҡылығы Башҡортостан өсөн мөһим социаль-иҡтисади әһәмиәткә эйә. Унда 400-ҙән ашыу эш урыны булдырыласаҡ, ә төбәкте үҫтереүгә етди аҡсалар һалынасаҡ. Бының өсөн “Полиметалл” менән республика араһында социаль-иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында айырым килешеүгә ҡул ҡуйылды.

– Бер нисә йыл элек Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты эшен туҡтатты. Республикаға “Полиметалл” компанияһы килеү менән предприятиены үҫтереү пландары барлыҡҡа килә. Инвесторҙарҙың ятҡылыҡты эшкәртеүгә лицензияһы бар, улар шулай уҡ сығарылған мәғдәнде байытасаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Компания өсөн дә, республика өсөн дә бик мөһим килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Һүҙ иҡтисадты үҫтереү хаҡында бара. Бынан тыш, халыҡ индустриаль партнерыбыҙҙың цивилизациялы эшләүенә ышанасаҡ.

“Полиметалл” акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Александр Говорунов шулай уҡ бизнестың яуаплы эшмәкәрлегенең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– “Полиметалл” Башҡортостандың социаль өлкәһен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнаша. 2038 йылға тиклем ошо маҡсатҡа 6,75 миллиард һум йүнәлтәсәкбеҙ, – тип билдәләне Александр Говорунов. – Абсолют өҫтөнлөктәр – кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу, яңы эш урындары һәм тотороҡло һалым керемдәре.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Республика өсөн мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды
Республика өсөн мөһим килешеүгә ҡул ҡуйылды
Автор:
Читайте нас