

Бөгөн Бишбүләк ерендә барыбыҙ ҙа көтөп алған Һабантуй байрамы үтте. Матур йолаға ярашлы, яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, беҙ йыл да еңел булмаған крәҫтиән хеҙмәтенә тоғролоҡҡа һынау тотоусы ауыл хужалығы, иҡтисад тармағы эшсәндәрен, игенселәрҙе тәрбикләйҙәр.
Һабан байрамында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу Артур Амур улы Ғәлиев сығыш яһаны.
Һәммәгеҙҙе лә милли байрам менән ҡотлайым, беҙҙең барыбыҙҙы ла тыуған ергә һөйөү берләштерә. Бөгөн бар район халҡы бында йыйылды, ә хәҙер ҡотлау өсөн ауыл хужалығында тырышып эшләгән хеҙмәт алдынғыларын сәхнәгә саҡырабыҙ. Райондың агросәнәғәт комплексының уңыштары артында ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәренең, ветерандарҙың тырыш хеҙмәте, шулай уҡ бәрәкәтле Бишбүләк ерендә эшләгән һәр кемдең көндәлек хеҙмәте тора. Бөгөн беҙ сәсеүлектәрҙе ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса иң яҡшы хужалыҡтар булып танылғандарҙы ла билдәләп үтәбеҙ, - тине ул.