

Тәрбиәсе Илмира Талип ҡыҙы балаларға эпостан сағыу өҙөк уҡып ишеттерҙе. Геройҙарҙың образдарын нығытыу өсөн балалар ҙур тырышлыҡ менән ижади эшкә тотондо улар эпосҡа бәйле һүрәт төшөрҙө.
Тарихтан илһамланып, балалар үҙҙәрен ысын геройҙар ролдәрендә һынап ҡарарға булды һәм «Урал батыр Һомайға ашыға» театр постановкаһын күрһәтте. Бәләкәй артистар ҡурҡыу белмәҫ батырҙың характерын һәм боронғо легенда атмосфераһын иҫ киткес дәрт һәм ихласлыҡ менән еткерә алды. Ошондай йәнле дәрестәр, әкиәттәр һәм уйын аша тәрбиәләнеүселәребеҙ төп нәмәгә — тыуған яҡты һөйөүгә, дуҫлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа һәм йолаларҙы хөрмәт итергә өйрәнә.
Сығанаҡ: https://vk.com/public218299771