Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
Общие статьи
9 Июня , 19:18

Өр-яңы түләүгә ғаризалар ҡабул итәләр

1 июндән балалы ғаиләләр яңы ярҙам сараһына эйә.

Өр-яңы түләүгә ғаризалар ҡабул итәләрӨр-яңы түләүгә ғаризалар ҡабул итәләр
Өр-яңы түләүгә ғаризалар ҡабул итәләр

Тиҙҙән Башҡортостанда ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр йыллыҡ түләү ала башлаясаҡ. Уны тәғәйенләү шарттары, бындай ярҙамдың кемдәргә күрһәтелеүе тураһында “Молодежная газета”ға Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһындағы бүлексәһе идарасыһы Фәнил Вахитов һөйләне.

– Республика халҡына яңы түләү тураһында нимә әйтә алаһығыҙ? 

– Беренсенән, бындай ярҙам 18 йәшкә тиклемге (уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә белем алған 23 йәшкә тиклемге) ике йәки унан күберәк бала тәрбиәләгән, эшләп йөрөгән ата‑әсәгә, уллыҡҡа алған кешеләргә, опекундарға һәм попечителдәргә күрһәтелә. Уны алыу өсөн баланың атаһы ла, әсәһе лә мөрәжәғәт итә ала.

Был түләү килеме ҙур булмаған ғаиләләргә физик берәмектәрҙең килеменә былтыр түләнгән һалымдың (НДФЛ) бер өлөшөн ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Йәғни быйыл мөрәжәғәт иткәндә былтырғы ошо һалымдың түләнеүе мөһим.

– Ҙур булмаған килем – был күрһәткес нисек билдәләнә?

– 2026 йылда ғариза биргәндә ғаиләнең былтыр ғинуарҙан декабргә тиклемге килеме иҫәпкә алына. Шул осорҙа ғаиләлә йән башына уртаса килем 2025 йылда республикала йән башына йәшәү минимумының 1,5 тапҡырға тиң дәүмәленән (23 673 һумдан) артмаһа, ул ошо түләүгә дәғүә итә ала.

Ләкин мохтажлыҡты баһалау күрһәткесе бының менән генә сикләнмәй. Түләүҙе тәғәйенләгәндә берҙәм пособиеға хоҡуҡты билдәләгәндәге кеүек мөлкәтте комплекслы баһалау ҙа ҡаралған.  Берҙәм пособиены тәғәйенләү шарттары күптәргә мәғлүм:

– ғаиләнең бер фатиры булһа, уның майҙаны мөһим түгел, шул уҡ ваҡытта бер нисә фатиры бар икән, һәр ағзаһына тура килгән торлаҡ майҙаны 24 квадрат метрҙан артмаҫҡа тейеш;

– әгәр милектә бер шәхси йорт булһа, уның майҙаны ниндәй булыуы мөһим түгел, ә инде бер нисә йорт иҫәпләнһә, һәр ғаилә ағзаһына тура килгән торлаҡ майҙаны 40 квадрат метрҙан артмауы шарт;

– ғаиләлә бер автомобиль булыуы мөмкин, ә ишле ғаиләлә йәки бер ағзаһы инвалид булһа йә иһә ярҙам сараһы рәүешендә машина бирелгәндә, уларҙың икәү булыуы ихтимал. Түләүгә эйә булыу шарттары менән Рәсәй Социаль фонды сайтында танышырға мөмкин.

– Ғаризаны ҡарағанда ниндәй килемдәр иҫәпкә алына?

– Үткән йылғы бөтә рәсми килемдәр. Уларға эш хаҡы, пенсия, стипендия, алимент, гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү, авторлыҡ заказы килешеүҙәре буйынса хеҙмәт күрһәтеүҙән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенән, мөлкәтте һатыуҙан алынған килемдәр, шулай уҡ банктағы вкладтар буйынса проценттар һәм башҡалар инә.

 Түләүҙең күләме күпме?

– Ярҙам күләме һәр кем өсөн айырым билдәләнә. Ул уҙған йылда физик берәмектәрҙең килеменә түләнгән һалымға һәм шул уҡ килемдән 6 процентлыҡ ставка буйынса иҫәпләнгән күләмгә тиң. Мәҫәлән: былтыр 600 мең һумлыҡ килемдән ғаиләләге әсә өсөн 78 мең һум күләмендә НДФЛ (13 процент) түләнгән, ти. НДФЛ-ды 6 процент ставка буйынса иҫәпләйҙәр, һөҙөмтәлә 36 мең һум килеп сыға. Ғаиләнең килемен һәм мөлкәтен тулайым баһалау шарттары үтәлгән осраҡта, атай кеше йәки әсә 42 мең һум (78 мең – 36 мең = 42 мең) аҡса аласаҡ.

– Был түләү кемдәргә бирелмәй?

– Әгәр иҫәп-хисап осоронда кешенең һалым (НДФЛ) түләрлек килеме юҡ икән, уға ярҙам аҡсаһын түләмәйәсәктәр. Шулай уҡ ғаиләлә 18 йәшкә тиклемге йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге ике бала булмаһа, йәнә йән башына уртаса килем халыҡтың йән башына уртаса килемдең 1,5 тапҡырға тиң дәүмәленән артып китһә, ундайҙар ярҙамдан файҙалана алмай. Алимент буйынса бурыслыларға, ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәргә йәки был хоҡуғы сикләнгәндәргә лә түләүҙе бирмәйҙәр.

Бынан тыш, ярҙам сараһына эйә булыу өсөн ата-әсә лә, балалар ҙа Рәсәй Федерацияһы гражданы булырға һәм ил биләмәһендә даими йәшәргә тейеш.

 – Ата йәки әсәнең береһе Рәсәй гражданы булмаһа, ғаилә ярҙам сараһына дәғүә итә алмаймы?

– Иң мөһиме - ғариза биргән кешенең гражданлығы, балалар һаны һәм ҡағиҙәләрҙә ҡаралған башҡа шарттарҙың үтәлеше. Әгәр ата-әсәнең береһе, шулай уҡ балалары (кәмендә икәү) Рәсәй гражданы икән, ярҙам сараһын һорап мөрәжәғәт итә алалар.

– Түләүҙе алыуға хоҡуҡ ғаилә хәленә ҡараймы? Мәҫәлән, ата-әсә айырылышҡан булһа...

– Юҡ, ата-әсәнең никахы ла, балаларҙың кем менән йәшәүе лә түләүҙе алыуға йоғонто яһамай, иң мөһиме – ҡалған шарттар үтәлһен. Йәнә ғаиләләге ике баланың бер атайҙан булмауы ла ихтимал. Бында инде ғаилә башлығы ярҙамға дәғүә итеп, ғариза яҙа алмай, сөнки уның балаһы берәү. Түләүҙе алыуға хоҡуҡ тотош ғаиләнең түгел, ә аныҡ атаның йәки әсәнең нисә балаһы булыуға бәйле.

 – Декрет ялындағы әсәнең килеме булмаһа, түләүҙе алыу мөмкинлеге бармы?

– Алдараҡ әйткәнемсә, төп шарт – уҙған йыл өсөн физик берәмектәрҙең килеменә һалым (НДФЛ) түләү. Әгәр ҡатын былтыр эшләмәһә, килеменән һалым түләнмәй, тимәк, 2026 йылда уның түләүҙе алырға хоҡуғы юҡ. Шул уҡ ваҡытта әгәр ул былтыр күпмелер ваҡыт эшләп, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса ялға китһә, мөрәжәғәт итә ала. Ҡануниәттә эшләнгән осор буйынса сикләүҙәр юҡ.

– Ә пенсионерҙар яңы ярҙам сараһына иҫәп тота аламы?

– Әлбиттә. Пенсионер статусы түләүҙе алыу мөмкинлегенә йоғонто яһамай. Әгәр ата йәки әсә 18 йәшкә йәки көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балаһы булған, эшләп тә йөрөгән һәм килеменә һалым түләгән пенсионер икән, бөтә шарттар үтәлгән осраҡта, ярҙам сараһына дәғүә итә ала.

– Республика халҡына ғаризаны ҡасан бирә башларға мөмкин?

– Эшләп йөрөгән ата-әсәгә түләү йылына бер тапҡыр бирелә. Ағымдағы йылдың 1 июненән 1 октяргә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы, күп йүнәлешле үҙәктәр аша йәки Рәсәй Социаль фондының Башҡортостандағы бүлексәһенең үҙегеҙгә яҡын клиент хеҙмәтендә тапшырырға мөмкин. Ҡарар 10 эш көнөндә ҡабул ителә, шул уҡ ваҡытта мәсьәләне ҡарау ваҡытының 30 көнгә тиклем оҙайтылыуы ихтимал. Түләүҙе тәғәйенләгәс, ул биш эш көнө эсендә күсерелә.

– Һорауҙар менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

 – Граждандар Рәсәй Социаль фондының Башҡортостандағы бүлексәһе белгестәренә мөрәжәғәт итә ала. Берҙәм бәйләнеш үҙәгенең телефоны: 8–800–100–00–01. Шылтыратыу бушлай, эш ваҡыты дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем, йома 9-ҙан 16 сәғәт 45 минутҡа тиклем. Мәғлүмәттәр менән Рәсәй Социаль фонды сайтында танышырға була. Беҙ шулай уҡ социаль селтәрҙәге сәхифәләрҙә лә әүҙем эшләйбеҙ.

Фото: Рәсәй Социаль фондының БР бүлексәһе.

Өр-яңы түләүгә ғаризалар ҡабул итәләр
Өр-яңы түләүгә ғаризалар ҡабул итәләр
Автор:
Читайте нас