Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Общие статьи
10 Июня , 09:58

Республика клиник дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды

Аппарат бер нисә эш режимына эйә.

Республика клиник дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары менән тулыландыРеспублика клиник дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды
Республика клиник дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды

Ғаилә” милли проектын (национальный проект “Семья”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының акушерлыҡ бүлексәһенең операция блогына хирургия практикаһында ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән заманса юғары йышлыҡлы электрохирургия ҡорамалдары алғандар. Был хаҡта республиканың *аулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.

Аппарат бер нисә эш режимына эйә, шул иҫәптән монополяр ҡырҡыу, монополяр коагуляция һәм биполяр коагуляция. Ҡоролма видеосистемалар менән яраша, видеомониторҙың эшенә ҡамасауламай һәм радиотулҡынлы һәм юғары йышлыҡлы электрохирургияның өҫтөнлөктәрен берләштерә.

– Акушерлыҡ бүлегендә ҡорамалдар кесарь киҫелеше ваҡытында ҡанһыҙ киҫеү, ҡан ағып торған урындарҙы коагуляциялау, биопсия алыу һәм йөклөлөк ваҡытында ла, бала тапҡандан һуң да миоматоз төйөндәрҙе алып ташлау өсөн ҡулланыла ала. Бынан тыш, ул плацента полиптарын һәм емеш йомортҡаһы ҡалдыҡтарын ҡырҡыу һәм алып ташлау, шулай уҡ яраларҙы хирургик эшкәртеү һәм йомшаҡ бала табыу юлдарын өҙөү өсөн минималь ҡан юғалтыу менән ҡулланыла, — тип билдәләне Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауахананың акушерлыҡ-гинекология ярҙамы буйынса баш табип урынбаҫары Сергей Денисов.

Фото: rkbkuv.ru.

Республика клиник дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды
Республика клиник дауаханаһы яңы медицина ҡорамалдары менән тулыланды
Автор:
Читайте нас