

Башҡортостан делегацияһы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында дөйөм инвестициялар күләме 112 миллиард һум менән 35 килешеү төҙөнө. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә вице-премьер-иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
ПМЭФ майзансығында ҡул ҡуйылған төп килешеүҙәр иҫәбендә – “Полиметалл” компанияһы менән капитал һалыуҙарҙы яҡлау һәм дәртләндереү тураһында килешеү. Ул Хәйбулла районында Яңы Петровск ятҡылығын эшкәртеүҙең төп шарттарын нығыта. Бынан тыш, форум сиктәрендә “Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәте менән агротехнологик хеҙмәттәрҙе үҫтереү буйынса килешеү һәм “Салауатбыяла” акционерҙар йәмғиәте менән предприятиеның етештереү линияһын модернизациялау тураһында килешеү төҙөлдө.
Вице-премьер шулай уҡ форум майҙансығында ойошторолған Башҡортостан стендының популярлығын билдәләне. Республика экспозицияһына бер нисә мең ҡунаҡ, шул иҫәптән илдең власть органдары һәм төбәктәре етәкселәре, шулай уҡ үҫеш институттары һәм эре компаниялар вәкилдәре килгән.
Милли инвестиция рейтингын презентациялау – ПМЭФ-тың төп ваҡиғаларының береһе булды, унда Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән өсөнсө урынды алды.
Төбәк етәксеһе делегация вәкилдәренә форумда һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт. Республикаға, беҙҙең стендҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу булды, – тине Радий Хәбиров. – Алдыбыҙға ҡуйған төп бурыс – Башҡортостан хаҡында, ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, энергия менән тулы һәм яҡшы темпта эшләүебеҙ хаҡында һөйләү ине.
Фото: Башҡортосан Башлығы сайты.