

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам ныҡлы ойошторолған. Был эшкә барлыҡ дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт ойошмалары, бизнес-берләшмә вәкилдәре йәлеп ителгән.
Ярҙам исемлегенә (Башҡортостан Башлығының 2022 йылдың 11 октябрендәге күрһәтмәһе менән раҫланған) төбәктең 55 ярҙам сараһы кергән, уларҙың 12-һе 2025 йылда индерелгән.
“Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалының Бишбүләк районындағы социаль координаторы Гүзәлиә Хисаметдинова был йәһәттән үҙҙәрендә башҡарылған эштәр тураһында һөйләне:
–Бишбүләк районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса планлы рәүештә эш алып барабыҙ. Айырыуса һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларына ҙур иғтибар йүнәлтелә. Үткән йылда беҙҙең фонд аша яҡынса 40 кешегә шифахана-курорт дауаланыуы алыуға документтар эшләнде. Был ярҙамдан яугирҙәр ҙә, уларҙың ата-әсәләре лә, һәләк булған батырҙарҙың тол ҡатындары ла ҡулланды.
Бағыусылар ярҙамы, районыбыҙҙың әүҙем кешеләре булышлығында “Үҙебеҙҙең ҡунаҡ бүлмәһе” тигән сара ойошторабыҙ. Унда район хакимиәте, ойошмалар вәкилдәрен саҡырабыҙ. Осрашыуҙа төрлө проблемалар, һорауҙар хәл ителә.
Район дауаханаһы менән берлектәге эш һөҙөмтәһендә балаларҙы республикабыҙ шифаханаларына йүнәлтәбеҙ. Ошо рәүешле “Красноусол” шифаханаһында дүрт бала һаулығын нығытты. Уларҙы илтеү һәм барып алыу өсөн хакимиәт транспорт бүлде.
Быйылғы йыл бик ҡарлы булды. Шуға ла ҡар таҙартыу буйынса ла мөрәжәғәттәр күп булды. Был йәһәттән ирекмәндәр, “Беренселәр хәрәкәте” ойошмаһы, йәштәр бүлеге ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәттәр килеп тора. Берәүҙәрҙе - һыу буйынса, икенселәрҙе интернетҡа ҡағылышлы һорауҙар борсой. Был эштәрҙең барыһын да район хакимиәте менән кәңәшләшеп хәл итәбеҙ.
Бер яугир ауыр контузиянан, реабилитациянан һуң хәрби хеҙмәттән азат ителеп, өйөнә ҡайтышлай Екатеринбургта аэропортта документтарын онотоп ҡалдыра, унда наградалары ла була. Улар миңә мөрәжәғәт итте. Һәм мин Рәсәйҙең социаль координаторҙарына хәбәр иттем. Татарстандан коллегаларым бәйләнешкә сыҡты, улар унда семинарҙа йөрөгән була. Полиция хеҙмәткәрҙәре, аэропорт хакимиәте менән берлектә улар документтарҙы таба алды һәм беҙгә ебәрҙеләр.
Шулай итеп ниндәй генә һорау менән килһәләр ҙә, береһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ.
Йәйге осорҙа балаларҙың ялы ла иғтибар үҙәгендә. Былтыр каникул осоронда 13 бала лагерҙарҙа ял итте. Быйыл яҙғы каникулда биш бала республикабыҙ шифаханаларында һаулығын нығытты. Яугирҙәрҙең ата-әсәйҙәрен, ҡатындарын Өфөгә театрға, экскурсияға алып барыу ҙа ғәҙәти күренеш.
Фотолар: филиалдың архивынан алынды.