

Йәй - бөтәһенең дә иң көтөп алған миҙгеле, ял, отпускылар осоро, күңелле осрашыуҙар мәле. Бар тәбиғәт аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән мәлдә, беҙ ҙә, туғандарыбыҙ менән күрешергә теләп, ошо мәшһүр эпосты беҙҙең көндәргә еткереү өсөн көс һалған Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуған төйәгенә юлландыҡ. Башҡортостан сиген үтеп, Ырымбур өлкәһендәге бормалы-бормалы юлдарҙан йәшеллеккә күмелгән ялан-ҡырҙарҙы күҙәтеп барыуы күңелле ине. Ә шулай ҙа, күңелгә төрлө уйҙар килә. Ауыр һуғыш йылдарында аслыҡтан ҡотолоу юлын эҙләп, күпме яҡташтарыбыҙ ошо ерҙәрҙән бәләкәй арба тартып, Туҡ буйҙарына юлланды икән?!
Ҡыҙыл гвардия районында тыуып-үҫкән тағы бер билдәле башҡорт яҙыусыһы – Дауыт Юлтый ауылы эргәһенән үтеп, Туҡ йылғаһы күперен сығып, Мөхәмәтша Буранғоловтың бала саҡ эҙҙәре һаҡланған ерҙәргә барып та еттек.
Бөгөнгө көндә Үрге Ильяс (Тәңес) ауылы Мөхәмәтша Буранғоловтың исеме менән бәйле мәҙәни урын булып тора. Бындағы мәҙәниәт йортоноң “Сәлимәкәй” фольклор ансамбле былтыр Бишбүләктә үткәрелгән “Биш балыҡ” байрамында ла сығыш яһағайны. Әле беҙ, туғандарыбыҙ менән күрешеп, сәй эсеп алғас, форсаттан файҙаланып, мәҙәниәт йортона ашыҡтыҡ. Иркен майҙанды биләгән бина алдында сабылған бесән бакуйҙары ята. Бында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә хөрмәтенә ҡуйылған обелиск иғтибарҙы йәлеп итә. Мәрмәр ташҡа уйып яҙылған исем-шәрифтәр араһында Буранғолов фамилиялы кешеләрҙең айырыуса күп булыуы күҙгә ташлана.
Мәҙәниәт йортонда ҡатын-ҡыҙҙарҙы эш өҫтөндә тап иттек, улар милли кейем эшләү менән мәшғүл ине. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Зимфира Ҡалмантаева-Буранғолова ҙур сараға әҙерләнеүҙәре тураһында һөйләне:
- Беҙ конкурста ҡатнашып, грант оттоҡ. «Йолаларҙы Һаҡлап, киләсәкте булдырабыҙ» проектында еңеүсе булдыҡ һәм шуның арҡаһында кәрәкле аппаратура алдыҡ, милли кейемдәр - һаҡал (түшелдерек) һәм милли күлдәктәр тектерҙек. Башҡортостандан килгән этнограф Гөлнара Вахитова беҙгә оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Һәр бер түшелдереккә 200-ләп тәңкә китте, милли кейемдәрҙе иһә үҙебеҙҙең аранан бер ҡыҙ текте. Беҙ “ҡаҙ өмәһе”, “бәпес туйы”, “ҡарға бутҡаһы”, “килен төшөрөү” кеүек милли йолаларыбыҙҙы һаҡлау һәм киләһе быуындарға еткереү өҫтөндә эшләйбеҙ. Бөгөн мөнәжәттең, оҙон көйҙөң нимә икәнен белмәүселәр ҙә бар. 20 июндә ауылыбыҙҙа оло байрам уҙғарыласаҡ, унда ситтән ҡунаҡтар ҙа саҡырҙыҡ, ауылдашыбыҙ, ғалим, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, М.Буранғоловтың ейәнсәре Рәхимә Саитова һ.б буласаҡ, - тип һөйләй Зинфира Минғужа ҡыҙы.
Бында бер бүлмәлә музей булдырылған, унда ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреше, совет осорондағы әйберҙәр менән танышырға мөмкин. Эргәлә генә ыҡсым китапхана урынлашҡан. Гәзит-журналдарҙан башҡорт телендәге баҫмалар күренмәһә лә, урындағы башлап ҡәләм тибрәтеүселәрҙең һәм Юлдаш, Юлтый ауылдарындағы шиғыр яҙыусыларҙың ижад емештәрен туплап китап сығарғарыуға ирешкәндәр. Айырым стенд - мәшһүр «Урал батыр» эпосын яҙып алған Мөхәмәтша Буранғоловҡа арналған. 22 йәшлек сағында ғына, Ғәбит менән Хәмит сәсәндәрҙән эпосты яҙып ала башлағанда күпме ҡаршылыҡтар үтеүгә ҡарамаҫтан, маҡсатына табан ҡыйыу юл ярған кеше ул.
Тыуған яғы Мөхәмәтшаға ижад көсө бирә. Ауылдағы ҡарттарҙан тыңлаған әкиәттәр, риүәйәттәр, йырҙар уның күңелендә ныҡ һаҡлана. Ул йәш саҡтан үк халҡының ауыҙ‑тел ижадын һаҡлап ҡалырға, яҙып алырға теләй. Шуға ла уның фольклор йыйыу буйынса тәүге аҙымдары ла тап шул тыуған төйәгендә башлана. Мәҫәлән, Үрге Ильяста ул «Ҡара Юрға», «Ҡуңыр буға» ҡобайырҙарын, «Алпамыша» эпосын яҙып ала. Бөгөн инде ауылдаштары сәсәндең рухын ихтирам итеп, уның эштәрен дауам итә: йыр йыйыу, риүәйәт яҙыу, йолаларҙы тергеҙеү менән шөғөлләнә. Эйе, был ерҙәрҙә тыуған йыр-моң һәм ҡобайырҙар бөгөн дә халҡыбыҙҙың күңеленә юл таба.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотолары.