Дим буйҙары
+16 °С
Дождь
Общие статьи
16 Июня , 16:38

Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.

“Торатау” конгресс-холында уҙған сарала 300-ҙән ашыу кеше – дәүләт һәм муниципаль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм яңы медиа өлкәһендәге эксперттар ҡатнашты.

Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.
Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.

Иң тәүҙә сәләмләү һүҙе менән республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев мөрәжәғәт итте. Бөгөн тармаҡта ике мең ярым кеше эшләй, улар — радио, телевидение, мәғлүмәт агентлыҡтары һәм гәзит-журнал хеҙмәткәрҙәре, тип билдәләне ул. Уларҙың барыһы ла бер дөйөм маҡсатҡа өлгәшеү өсөн эшләй: республика халҡының тормошон имен итеү һәм уларҙы ваҡытында ышаныслы тикшерелгән мәғлүмәт менән тәьмин итеү.

– Беҙ һеҙҙең менән юғары конкуренция дәүерендә йәшәйбеҙ. Ҡасандыр беҙ генә мәғлүмәт менән тәьмин итеүсе инек, һәм беҙҙе генә ҡаранылар. Ләкин яйлап интернет, сайттар барлыҡҡа килә, һуңынан социаль селтәрҙәр, агрегаторҙар килеп сыҡты. Бөгөн беҙ технологиялар дәүеренә инәбеҙ һәм яһалма зиһен дәүерендә йәшәйбеҙ, — тине ведомство етәксеһе.

Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостанда “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте составына ингән алты телдә 146 гәзит һәм журнал нәшер ителә, тине. Был — 25 республика гәзите һәм 121 муниципаль баҫма. Ул – төбәктең иң ҙур медиахолдингы. Ул 62 филиалды, шул иҫәптән ете типографияны берләштерә, һәм 1500-ҙән ашыу хеҙмәткәр иҫәпләнә.

– Хеҙмәтегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Беҙ, ысынлап та, бик ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Һуңынан был ваҡыт тураһында легендалар һөйләйәсәктәр. Беҙ һеҙҙең менән еңел булмаған ковидтан саҡ сыҡтыҡ. Кемдер биреште, кемдер үҙ идеалдарына хыянат итте, ә кемдер тыныс ҡына үҙ эшен башҡарҙы. Һәм бына ике мең ярым журналист, мөхәррир, нәшриәтсе армияһы үҙ эшен тыныс ҡына башҡара. Һеҙ ныҡлы тышлыҡ булдыраһығыҙ, уның эсендә беҙ, башҡарма органдар, үҙ эшебеҙ менән тыныс шөғөлләнә һәм тәү сиратта махсус хәрби операцияға ярҙам итә алабыҙ. “Барыһы ла Еңеү өсөн” тигән беҙҙең дөйөм девизды һайлағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, – тине Радий Хәбиров.

Республика Башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү масштабы һәм уларҙың тыныс тормошҡа ҡайтыуы хаҡында һөйләне. Ул ҡайтҡан яугирҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға һәм социалләштереүгә айырыуса иғтибар бүлә.

– Беҙҙә күп егеттәр һуғыша. Дүрт меңгә яҡыны өйөнә ҡайтҡан, уларҙың меңе — инвалид. Барыбыҙ өсөн дә ҙур бурыс — егеттәрҙе лайыҡлы ҡаршылау һәм уларға яңы тормош башларға ярҙам итеү. Беҙ егеттәрҙең 75 процентын эшкә урынлаштырҙыҡ, – тип билдәләне ул.

Бөгөн төп бурыс — алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеү, тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров сығышы һуңында алдынғы хеҙмәткәәрҙәргә юғары дәүләт наградалары тапшырҙы.

Айырым секция эше яһалма зиһенгә бағышланды. Эксперттар яңы технологияларҙың нисек итеп редакцияларға контент булдырырға, мәғлүмәт менән эшләргә һәм аудитория менән аралашырға ярҙам итеүе хаҡында һөйләне.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.
Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.
Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.
Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.
Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.
Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.
Өфөлә V киң мәғлүмәт саралары медиайыйыны үтте.
Автор:
Читайте нас