Дим буйҙары
+28 °С
Облачно
Общие статьи
17 Июня , 03:25

Дүртөйлө районында “Ҡанатлы ат” ат фестивале үтәсәк

Был фестиваль - спорт ярышы ғына түгел, ул кешеләрҙең берҙәмлеге, аттарға һөйөү һәм бай мәҙәниәтебеҙ байрамы ла.

Дүртөйлө районында “Ҡанатлы ат” ат фестивале үтәсәкДүртөйлө районында “Ҡанатлы ат” ат фестивале үтәсәк
Дүртөйлө районында “Ҡанатлы ат” ат фестивале үтәсәк

“Ҡанатлы ат” фестивале 4 июлдә Дүртөйлө районында “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты ярҙамында ойошторола. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтендә хәбәр иттеләр.

Сара Арғымаҡ” ат-спорт комплексына ҡараған һабантуй майҙанында үтәсәк. Фестивалдә ат сабыштары уҙғарылаШулай уҡ программала тройкалар парады, пони уҙыштары, артистар һәм сәнғәт оҫталарының сығыштары бар. Бынан тыш, ҡунаҡтар оҫталыҡ дәрестәрендә халыҡ кәсептәре буйынса үҙ көсөн һынап ҡарай, шулай уҡ милли тирмәләрҙе ҡарай һәм халыҡ уйындарында ҡатнаша ала.

– Был фестиваль - спорт ярышы ғына түгел, ул кешеләрҙең берҙәмлеге, аттарға һөйөү һәм бай мәҙәниәтебеҙ байрамы ла, — тип билдәләне “Арғымаҡ” ат-спорт комплексы директоры Илшат Мәхмүтов.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәттәрҙе үҫтерергә ярҙам итә. Туристар - сифатлы хеҙмәт һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

bashgazet.ru

Дүртөйлө районында “Ҡанатлы ат” ат фестивале үтәсәк
Дүртөйлө районында “Ҡанатлы ат” ат фестивале үтәсәк
Автор:
Читайте нас