Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
18 Июня , 04:09

Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн

Яңы Биктәш ауылы ирекмәндәре, ваҡыт менән иҫәпләшмәйенсә эшләй һәм яугирҙәребеҙ тиҙерәк еңеү яулап, имен-һау ҡайтһын, тип теләй.

Еңеүҙе яҡынайтыу өсөнЕңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн

Районыбыҙ кеше яҙмышына битараф булмаған, ҡайғыртыусан, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер кешеләре менән ғорурлана ала. Яңы Биктәш ауылы ирекмәндәре лә, башҡалар кеүек, ил һаҡсыларының яҙмышына битараф түгел, уларҙың иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуын теләп, гуманитар ылау тупларға, маскировка селтәрҙәре үрергә һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡтар эшләргә, тегергә керешкән. Ни тиһәң дә, маскировка селтәрҙәре һалдаттарҙы, ҡоралдарҙы, хәрби техниканы ҡурсалау өсөн бик кәрәк.

Ирекмәндәр штабында көн һайын ниндәйҙер эш башҡарыла. Ауыл ерендә уттай эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, улар көн һайын (10-11 кеше) мәҙәниәт йортонда урынлашҡан штабҡа йыйыла. Зөлфиә Рифмир ҡыҙы, Нурия Хәмит ҡыҙы, Рәмзә Әғзәм ҡыҙы, Сәлимә Рәйес ҡыҙы, Зилә Мәүлет ҡыҙы, Кәримә Нурый ҡыҙы, Наилә Әкрәм ҡыҙы, Оксана Фәнил ҡыҙы, Резида Әзмәтғәли ҡыҙы, Гөлләр Нафиҡ ҡыҙы яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн өс сәғәт ваҡыт таба. Шулай уҡ был изге эшкә мәктәп уҡыусылар Ирада һәм Алмаз Ҡәйүмовтар ҙа ҡушылған. 

Белеүегеҙсә, беҙҙең районға тиҙ арала 100 "Кикимора" костюмы әҙерләргә ҡушылған. Был эш ябай түгел, бик мәшәҡәтле, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың тилбел ҡулдары барыһын да булдыра. 

Ирекмәндәрҙең тырыш хеҙмәте хәрбиҙәрҙе кәрәкле экипировка, һаҡланыу саралары һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса ярҙамы ил һаҡсыларының көнкүрешен еңеләйтер, тип ышанабыҙ.

https://vk.com/wall-122360545_2611

 

 

 

Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн
Автор:
Читайте нас