Дим буйҙары
+18 °С
Дождь
Общие статьи
21 Июня , 06:23

Иң-иң атайҙар конкурста ҡатнашыуға саҡырыла

Башҡортостанда “Атай ҡаһарманлығы” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. 

Иң-иң атайҙар конкурста ҡатнашыуға саҡырылаИң-иң атайҙар конкурста ҡатнашыуға саҡырыла
Иң-иң атайҙар конкурста ҡатнашыуға саҡырыла

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 2026 йылдың 1 авгусына тиклем “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһына дәғүә итеүгә VII Республика конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Проект “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм йәмғиәттә традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Конкурста ҡатнашыуға биш йылдан кәм булмаған ваҡыт балаларын — үҙ йәки ғаиләгә ҡабул ителгәндәрен — тәрбиәләгән һәм Башҡортостанда биш йылдан кәм булмаған ваҡыт йәшәгән ир-егеттәр ҡатнашыуға саҡырыла.

Конкурс төрлө өлкәләрҙә эшләгән, үҙ ҡалалары һәм райондары тормошонда ҡатнашҡан, традицияларҙы һаҡлаған һәм үҙ өлгөһө менән ғаилә өсөн ориентирҙар биргән атайҙарҙы берләштерә.

Быйыл күп балалы һәм күп ейән-ейәнсәрле атайҙар өсөн өҫтәмә номинация ҡаралған, шулай уҡ күп милләтле ғаиләләр булдырған ир-егеттәрҙең ғаризалары ҡыҙыҡлы.

Еңеүселәр “Атай ҡаһарманлығы” билдәһе, диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнәсәк.

Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла. 

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

Иң-иң атайҙар конкурста ҡатнашыуға саҡырыла
Иң-иң атайҙар конкурста ҡатнашыуға саҡырыла
Автор:
Читайте нас