Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Общие статьи
22 Июня , 03:19

Һауа торошо үҙгәрә

Июль башында ла һалҡын һауа торошо буласаҡ, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары.

Һауа торошо үҙгәрәҺауа торошо үҙгәрә
Һауа торошо үҙгәрә

«Фобос» һауа торошо үҙәге фаразына ярашлы, 1 июлдә көндөҙгө һауа температураһы +20 градустан +10 градусҡа тиклем төшәсәк. Айҙың тәүге декадаһында йылыныу көтөлмәй: синоптиктар фаразлауынса, термометр бағанаһы +24 градустан юғары күтәрелмәйәсәк, ә төндә ҡайһы бер урындарҙа +5 градустан түбән төшәсәк.

Июлдең икенсе яртыһында хәл ҡырҡа үҙгәрә. 15-31-се июлдә ысын мәғәнәһендә йәйге эҫе буласаҡ. Айҙың һуңғы декадаһында көндөҙгө һауа температураһы +30 градусҡа ҡәҙәр йылынасаҡ һәм бер нисә көн рәттән ошолай торасаҡ. Төндә иһә күпкә йылыраҡ була, +15 -тән +18 градус.

Әммә эҫе көндәрҙә яуым-төшөм дә көтөлә. Иң күп ямғырлы көндәр ай аҙағында буласаҡ, 28 июлдән 30-3 авгусҡа тиклем фаразлана. Шуға бәйле июлдең һуңғы көнөндә һауа температураһы көндөҙ +23, төндә +16 градусҡаса түбәнәйә.

Август башы ла һауа торошоноң тотороҡло түгел. Метеорологтар һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе хаҡында иҫкәртә. Мәҫәлән, 3 августа көндөҙ термометр бағанаһы ни бары +14 градус, ә төндә +10 градус күрһәтәсәк.

Башинформ. 

Һауа торошо үҙгәрә
Һауа торошо үҙгәрә
Автор:
Читайте нас