Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Общие статьи
22 Июня , 10:39

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

Баҡса еләгенән ҡайнатмалар 

Йәйҙең тәме – банкаларҙаЙәйҙең тәме – банкаларҙа
Йәйҙең тәме – банкаларҙа

Ҡуйыртылған һөт менән еләк

Кәрәк буласаҡ:  5 кг баҡса еләге, 1 литр ҡуйыртылған һөт (сгущенка), 200 грамм самаһы шәкәр ҡомо.
Баҡса еләген йыуып, блендер менән иҙәбеҙ, шуға ҡуйыртылған һөт һәм шәкәр ҡомо һалып, һәйбәтләп бутайбыҙ. Контейнерҙарға һалып, туңдырғысҡа ҡуябыҙ.

 

Баҡса еләгенән джем

Кәрәк була: 1 кг баҡса еләге, 200 грамм шәкәр ҡомо, 2-3 аш ҡалағы лимон һуты (әгәр ҙә еләк татлы икән 3 ҡалаҡ һалырға).
Еләк эре икән дүрт өлөшкә, уртаса булһа, икегә бүлергә. Шуға шәкәр ҡомо һәм һут һалып бутайбыҙ. 20 минут самаһы тотоп, һуты сыҡҡанын көтәбеҙ һәм көслө утҡа ҡуябыҙ.
Ҡайнатманың күбеген йыйырға кәрәкмәй. Джемды гел бутап тороғоҙ. Ҡайнатма ҡабара башлаһа, утты кәметергә һәм унан ҡабат арттырырға кәрәк.

Ҡайнатманы 1 кг еләктән яһағанда, 15 минут самаһы ҡайнатырға кәрәк була. Был ваҡыт эсендә ҡайнатма ҡуйыра. Банкаларға ҡайнар килеш тултырығыҙ.

Йәйҙең тәме – банкаларҙа
Йәйҙең тәме – банкаларҙа
Автор:
Читайте нас