

Ҡаныҡай ауылы егете Булат та бер йыл элек хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан. Флүзә һәм Вильмир Буранғоловтар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килгән егет бәләкәйҙән үк, намыҫлы һәм яуаплы булыуы менән айырылып тора. Армияға ҡәҙәр ул РФ хөкүмәте ҡаршыһындағы Финанс университетының Өфө филиалы Юғары уҡыу йорто ҡаршыһындағы колледжында белем алған. Студент йылдарында ул тырышып уҡыуҙан тыш, Салауат Юлаев исемендәге спорт-барҙа официант булып эшләй.
- 2024 йылдың июнендә дипломды яҡлар алдынан, мине хәрби комиссариатҡа саҡырып шылтырата башланылар, мин уларға июнь аҙағына тиклем кисектерелеүемде аңлаттым, һәм тәүҙә дипломды яҡларға кәрәк тинем. Диплом эшен "бик яҡшы"ға яҡланым. Шунан һуң, хәрби комиссариатҡа барҙым. Минең сығарылыш кисәһендә булырға теләгем көслө ине, шуға күрә тейешле кисектереү менән файҙаландым да инде, - тип иҫкә ул. –Повестканы 4 июлдә алдым, шунан һуң Өфөлә медицина комиссияһы үттем. Моғайын, шул ваҡытта уҡ беҙҙең ниндәй часка эләгәсәгебеҙ һәм ҡасан китәсәгебеҙ билдәле булғандыр инде. Беҙҙе өйгә ҡайтарып ебәрҙеләр һәм 7 июлдә килергә ҡуштылар. Мин Волгоград өлкәһенең Камышин ҡалаһына эләктем. Радиация, химик һәм биологик яҡлау (РХБЗ) ғәскәренең 28-се айырым бригадаһынп Башҡортостандан 21 кеше йыйҙылар. Бишбүләк районынан беҙ алты кеше инек.
Армия ябай ауыл малайын үҙ аллы булырға, хәл-ваҡиғаны дөрөҫ баһаларға һәм тейешле һығымталар яһарға, ә иң мөһиме - көслө, сыҙамлы булырға, төрлө тормош шарттарында кеше булып ҡалырға өйрәтә.
- Хеҙмәт итеү осоронда өс тапҡыр командировкала булдым. Октябрҙә беренсе тапҡыр Әстерханға ҡарауыл хеҙмәтендә ебәрҙеләр, арсеналға һуғыш кәрәк-яраҡтары төйәлгән йөктө оҙата барҙыҡ. Ике аҙнанан һуң, шул уҡ маршрут буйынса, икенсе тапҡыр ебәрҙеләр. Яңы йыл алдынан сираттағы командировкала булдыҡ, һуғыш кәрәк-яраҡтарын тейәү-бушатыу бурысы йөкмәтелде. Командировка өс ай дауам итте, декабрь аҙағынан март аҙағына тиклем. Үҙ часыма ҡайтҡанда, миңә дембелгә ҡәҙәр өс ай ғына ҡалғайны, - тип һөйләй ул. – Беҙҙең нәҫелдә хәрби хеҙмәттән ҡасып ҡалыу уйы бер ҡасан да булманы. Атайым Вильмир Зиннур улы Клин ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Ә олатайым Зиннур Буранғолов моряк булған - Севастополдә дүрт йылға яҡын хеҙмәт иткән. Бөйөк Ватан һуғышында ил азатлығы өсөн көрәшеп, яу ҡырында һәләк булған ҡарт олатайым Лоҡман Буранғол улы менән сикһеҙ ғорурланам. Һәм мин яҡындарымдың иҫтәлеге хөрмәтенә хеҙмәт итеүҙе үҙемдең бурысым тип һананым, - ти ул.
Булат ағаһынан ни бары ике йәшкә кесе булған Динисламды ла апрель аҙағында хәрби хеҙмәткә оҙатҡандар. Уның армияға барыу ҡарарын Буранғоловтар нәҫеленең көслө яртыһы хуплаған. Ни тиһәң дә, бәләкәйҙән патриотик тәрбиә алып, спорт менән шөғөлләнеп үҫкән егеттәрҙе бер ниндәй ҡаршылыҡтар ҙа ҡурҡытмай, улар Ватанды һаҡлауҙы ил алдындағы төп бурысы тип һанай. Динислам да мәктәп йылдарында уҡ спорт менән шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнашып йыш ҡына призлы урындар яулай, гитарала уйнаусы егет мәҙәни сараларҙы йәмләй. Һәр яҡлап әүҙем егет Бәләбәй механикалаштырыу hәм электрлаштырыу колледжының Бишбүләк ауылындағы филиалында ауыл хужалығы машиналарын ремонтлаусы электрик һөнәрен үҙләштерә. Яҙғы саҡырылышта ул Рәсәй Ҡораллы көстәре сафын тулыландыра. Беҙҙең яҡташыбыҙ Ләлеге мәлдә Ленинград өлкәһенең Горелово мотоуҡсылар гвардия хәрби часында хеҙмәт итә. Уның көндәлек армия тормошо бына шулай башлана.
Бөгөн донъялар тыныс түгел, күпселек ата-әсәйҙәр кеүек, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Флүзә Наил ҡыҙының йөрәге тағы бер йыл кесе улы өсөн хафаланасаҡ әле.
- Динислам улым менән аҙна һайын шылтыратышып, уның һәм иптәштәренең хеҙмәте нисек барыуын белеп торабыҙ, улым нәҡ ошо часҡа хеҙмәт итергә эләгеүенә шат. 30 майҙа ул присяга ҡабул итте, был тантанала мин дә ҡатнаштым, - ти, һалдат әсәһе. – Улымды бер мин генә түгел, туғандары, дуҫтары, күрше-тирә һағынып көтә.
Һәр әсә изге теләктәр менән балаһын ил һағына оҙата – улым илһөйәр булһын, Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәһен. Беҙҙең һалдаттар армияны ысын сынығыу мәктәбе тип һанап, сафҡа баҫҡандар икән - шул ышаныстары, изге ниәттәре һүнмәһен, көслө рухтары һынмаһын ине. Ата-әсә йортона егеттәребеҙҙән тик һөйөнөслө хәбәрҙәр генә килһен, үҙҙәре иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
шәхси архивтан алынған фото.