

17 июндә крәҫтиән фермер хужалығы (КФХ) башлығы Ямалединов Рим Тәүхетдин улы крәҫтиән (фермер) хужалығы базаһында Бишбүләк районы ауыл хужалығы етештереүселәренең малдарҙы ҡышлатыу өсөн мал аҙығы әҙерләү мәсьәләләре буйынса семинар-кәңәшмә үтте.
Мал аҙығы әҙерләгәндә, аграрийҙарҙың хеҙмәте — ул көсөргәнешле эш, малдарҙың именлеге һәм продуктивлығы шунан тора. Ул үҙ эшеңде яҡшы белеүеңде, ҡатмаулы техника менән эшләү, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлауҙың ҡәтғи нормаларын теүәл үтәүҙе талап итеп, иртәнән кискә ҡәҙәр дауам итә.
Семинарҙың практик өлөш уҙған баҫыу янындағы майҙанда мал аҙығы (бесән, сенаж, силос) әҙерләү hәм ташыу менән шөғөлләнеүсе ауыл хужалығы техникаһы ҡулйығайны. Yҙ йөрөшлө аҙыҡ йыйыу комбайны, сапҡыстар, пресс-йыйыусылар, КамАЗ автомобилдәре бер рәткә теҙелде. Янғын сығыуҙы булдырмаҫ өсөн, һыулы һауыт та тора.
Семинарҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Амур улы Ғәлиев асып ебәрҙе. Ул Бишбүләк районының республикабыҙҙың ғәжәйеп матур мөйөшө булыуын билдәләп үтте. Бында хеҙмәт һөйөүсән һәм ҡунаҡсыл халыҡ йәшәй.
— Бөгөн беҙ райондың алда барыусы хужалыҡтарының береһе булған Рим Ямалтединов хужалығы биләмәһендә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, был хужалыҡ уңышлы эшләй. Уларҙың ерҙәре лә күп, малсылыҡ та, үҫемселек тә йылдан-йыл үҫә. Семинарға әҙрлектең яҡшы булыуы күренә: тәҡдим ителгән техника буялған, ремонтланған, яҡшы әҙерләнгән. Бөгөнгө семинар үҙенең иң яҡшы яҡтарын күрһәтеү өсөн генә түгел, ә йыл әйләнәһенә эш барышында тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн дә ойошторолған. Һауа торошо әлегә һөйөндөрә, артабан да шулай булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ, әлбиттә, теләһә ниндәй көтөлмәгән хәлдәргә әҙер. Бөгөнгө семинарҙа һөҙөмтәле эш теләйем! — тип теләне Артур Ғәлиев.
Сәләмләм һүҙҙәрен семинар хужаһы — КФХ башлығы Рим Тәүхетдин улы әйтте. Ул хужалыҡтың, нулдән башлаһалар ҙа, үҫә барыуы тураһында һөйләне. Күп көс, энергия сарыф ителгән. Ауыл хеҙмәткәренең эше бер ҡасан да еңел булмаған. Барыһына да тырышырға, хеҙмeт итергә hәм киләсәктә лә ҙур уңыштарға ирешеүҙе теләне. Калинин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлыгы Ирек Йәғәфәр улы Лотфуллиндың сығышы ҡыҙыҡлы hәм һөҙөмтәле булды. Ул әлеге ауыл Советына бәйле территориаль, тарихи мәғлүмәттәр менән таныштырҙы.
— Беҙ әле 1905 йылда уҡ барлыҡҡа килгән Рудники ауылы янында торабыҙ. Быға ҡәҙәр бында артель булған, унда унға яҡын кеше йәшәгән, улар баҡыр рудаһы сығарыу менән шөғөлләнгәндәр. Шуға күрә ауыл да Рудники тип атала, — тип аңлатты Ирек Йәғәфәр улы.
Ул шулай yҡ билдәләп үтеүенсә, был территория заказник булып тора — бында байбаҡтар саҙ аҫтында тора. Был яҡтарҙа Башҡортостанда булған барлыҡ төр хайуандар йәшәй. Был табиғи матурлыҡҡа хеҙмәт һөйөүсән кешеләр ҙә өҫтәлә. Калинин ауыл Советы территорияһында ер эшсәнлеген алып барыусы ете хужалыҡ бар. Халыҡҡа ҡарата hәр төрлө ярҙам күрһәтелә. Һәр байрам, сара улар ярҙамында уҙа. Бынан тыш, улар МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә.
— Рим Тәүхетдин улы ҡатыны Эльвира Рауил ҡыҙы менән мәктәпте лә, медпунктты ла иғтибарһыҙ ҡалдырмайҙар, — тине ауыл Советы башлығы халыҡ исеменән hәм шәхсән үҙ исеменән. — Ауырлыҡтарға ла, эшсе ҡулдар етешмәүгә лә ҡарамаҫтан, һеҙ лайыҡлы эшләйһеҙ.
Бoтен авыл сезгe таяна, егетлeр! Сезгe сабырлык, уnыш heм бeхет телисем килe! — дип oстeде Ирек Лотфуллин.
Семинарҙың практик өлөшөндә ҡатнашыусылар мал аҙығы әҙерләнә торған баҫыуҙы ҡаранылар.
Ауыл хужалығы hәм аҙыҡ-түлек идараһының баш инженеры Александр Георгиевич Новиков техникаға ҡарата характеристика бирҙе. Семинарҙың пленар өлөшөн район ауыл хужалығы идараһының баш агрономы Линар Динар улы Сәмиғуллин башлап ебәрҙе. Ул 2026 йылда райондың сәсеүлек майҙандары һәм мал-тыуар аҙығы әҙерләү тураһында һөйләне.
— Бер баш мал өсөн 28 центнерҙан да кәм булмаған аҙыҡ берәмеге әҙерләү планлаштырыла. Һауа торошо әлегә яҡшы тора, ауыл хужалығы культураларын һуғыу өсөн күп йыллыҡ үләндәрҙе иртә саба башларға кәрәк. Табиғи бесәнлектәр ҡулланырға, шулай уҡ сенаж hәм силос әҙерләүгә баҫым яһарға кәрәк. Бөгөнгө көндә район хужалыҡтарында бесән әҙерләүҙең төп ысулы —бесәндетөргәктәргә пресслау, — тип һөйләне Линар Динар улы.
Ауыл хужалығы идараһының баш инженеры Александр Новиковтың сығышы янғын хәүефһеҙлеге сараларын булдырмауға йүнәлтелгәйне. Ул барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе hәм вазифалы заттарҙы, аҙыҡ әҙерләгәндә бәхетһеҙлек осраҡтары hәм янғындар булмаһын өсөн, янғын хәүефһеҙлеге һәм хезмeт дисциплинаһы талаптарын үтәргә саҡырҙы.
Малдарҙың сәләмәт булыуы күп осраҡта әҙерләгән аҙыҡ сифатыннан тора. Һөт етештереү иһә һыйырҙарҙың туҡланыу рационына ла бәйле. Шуға күрә аҙыҡ базаһын булдырыу ауыл хужалығында төп бурыс булып тора. Был хаҡта авыл хужалығы идараһының баш зоотехнигы Шайнур Хәйбрахман улы Лоҡманов һөйләне. Артабан Башҡортостан Республикаһы буйынса үҙ йөрөшлө машиналарҙың техник торошона күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы инженеры Яковлев Руслан Владимирович сығыш яһаны. Ул тракторҙарҙың, комбайндарҙың hәм тағылма техниканың ауыл хужалығы өсөн бик мөhим булған хәүефһеҙлек саралары, теркәү hәм техник торошо тураһында һөйләне. Һалым түләү һәм үҫемлекселекте цифрлаштырыу тураһында Бишбүләк Мәғлүмәт үҙәге директоры Замира Исхаҡ ҡыҙы Кәлимуллина һөйләне.
Семинар Артур Ғәлиевтың сығышы менән тамамланды. Ул ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһен күрһәтеүсе төп байрам — Һабантуй уҙыуы тураһында һөйләне. Быйыл Бишбүләк һәм Уҫаҡ-Кисеүҙә улар юғары дәрәжәлә уҙҙы. Сөнки Һабантуй — хеҙмәткә hәм ергә хөрмәт символы. Был байрамдың төп элементтарынан береһе — һыбайлылар ярышы. Артур Амур улы ат спорты ярыштарында актив ҡатнашыусыларҙы дипломдар hәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләне. Барыһына ла фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Буласаҡ район семинар-кәңәшмәһенең күсмә вымпелы Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Илгиз Ишмөхәммәт улы Әсфәндиәровҡа тапшырылды.
Зoлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Автор фотолары.