Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
26 Июня , 10:24

Өлкән быуын “Беларусь аҙналығы” туристик программаһы буйынса ял итә

Юл хаҡының бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидиялана.

Өлкән быуын “Беларусь аҙналығы” туристик программаһы буйынса ял итәӨлкән быуын “Беларусь аҙналығы” туристик программаһы буйынса ял итә
Өлкән быуын “Беларусь аҙналығы” туристик программаһы буйынса ял итә

“Беларусь аҙналығы” туристик программаһы 24 июндә Башҡортостанда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты бурыстарына ярашлы старт ала. Был хаҡта республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр.

“Башҡортостан – Беларусь оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы 55 йәштән өлкәндәргә йүнәлтелгән һәм уларға Беларустың иҫтәлекле урындарына барырға мөмкинлек бирә. Юл хаҡының бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидиялана.

– “Башҡортостан – Беларусь оҙон ғүмерлелеге” проекты оло йәштәге кешеләргә сәйәхәт итергә һәм яңы тәьҫораттар алырға мөмкинлек бирә. Программа республикала тәүге йыл ғына тормошҡа ашырылмай. Беҙ халыҡтарыбыҙ дуҫлығын нығытып, был йүнәлеште артабан да үҫтерергә ниәтләйбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Тур программаһына Минскиға, “Дудутки” боронғо халыҡ кәсептәре музей комплексына, ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелгән Мир һәм Несвиж замоктарына, шулай уҡ Хатынь мемориаль комплексына барыу инә. Ҡатнашыу өсөн проекттың рәсми сайтында теркәлеү үтергә һәм турға бронь алырға кәрәк.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәттәрҙе алға ебәрергә ярҙам итә.

Туристар - сифатлы хеҙмәт һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: rstbash.ru.

Өлкән быуын “Беларусь аҙналығы” туристик программаһы буйынса ял итә
Өлкән быуын “Беларусь аҙналығы” туристик программаһы буйынса ял итә
Автор:
Читайте нас