Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
26 Июня , 11:26

Yлемһеҙлеккә аҙым яһаусы

Яуҙаштары Афғанстанда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалист Марсель Әмир улы Кашапов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйҙы

Yлемһеҙлеккә аҙым яһаусыYлемһеҙлеккә аҙым яһаусы
Yлемһеҙлеккә аҙым яһаусы

Армияға алынғансы Марсель Кашапов Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡый. Хәрби хеҙмәткә уны 1981 йылдың 20 апрелендә алалар. Ул тәүҙә Калинин ауыл Советының Александровка ауылынан яҡташы Петр Туймуков менән бергә Төрөкмәнстан ССР-ына танк часына хеҙмәт итeргә эләгә. Ике танкист дуҫлашып hәм бер взводта ярты йыл хеҙмәт итеп, сержант булалар. Тиҙҙән уларҙың танк батальонын ашығыс рәүештә командование Ҡабул ҡалаһына күсерәләр. Беҙҙең танкистар һуғыш кәрәк-яраҡтары hәм хәрбиҙәр менән колонналарҙы оҙата бара, дошман менән ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша. Т-62 хәрби танкы командиры сержант Кашапов бер йылдан һуң минаға шартлап батырҙарса һәләк була. Ул үлгәндән һуң Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Ә уның дуҫы танк командиры Петр Клементьевич махсус бүләккә — «Батырлык өсөн» миҙалына тәҡдим ителә.

Бөгөн Бишбүләк районында 45 Афған һуғышы ветераны йәшәй. Улар hәр ваҡыт йәмәғәт тормошонда актив ҡатнаша, мәктәп уҡыуссылары менән патриотик тeрбиә биреү буйынса кластан тыш сараларға теләп баралар hәм үҙҙәренең хеҙмәттәштәрен онотмайҙар.

Уҙған йылдың көҙөнән Афған һуғышы ветерандары советы ҡарары менән уларҙың йорттары стеналарына таҡтаташтар ҡуйыу буйынса акция башланды. Был көндә Дүсән ауылында шулай уҡ Марсель Кашапов тыуып үҫкән йортҡа иҫтәлекле таҡта беркетелде. Герой яҡташыбыҙҙы иҫкә алыр өсөн Бишбүләк ауылынан Ветерандар ойошмаһы Советы рәйесе Вилмир Әхнәф улы Әхмәтйәнов hәм Иван Васильевич Кириллов, шулай уҡ Хомутовка ауылынан Андрей Леонидович Булахтин етәкселегендәге яугир-интернационалистар, Айыт ауылының Фәтих Кәрим исемендәге урта мәктәбенең ОБЖ дәрестәрен алып барыусы Фидаил Рәшит улы Хәсәнов менән ал берет, РФ hәм РБ Дәүләт флагтары төшөрөлгән футболкалар кейгән йәш армиясылар килде. Митингта шулай уҡ геройҙың туғаны Әминә Әмир ҡыҙы Ғәлимова hәм уның ейәне Павел, Дүсән мәсетенең имам-хатибы ла бар ине.

Митингты Вилмир Әхмәтйәнов асты, бындай саралар, тәү сиратта, йәш быуынға батырлыҡ, патриотик хистәр hәм тыуған төйәгенә һөйөү тәрбиәләү өсөн кәрәк, тип билдәләп үтте. Өҫтәүенә, илебеҙҙә МХО барған яуаплы ваҡытта. Уның менән башҡа сығыш яһаусылар ҙа уртаҡ фекерҙә ине. Йыйылған халыҡ hәләк булған герой-яҡташыбыҙҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Әлеге сараның бағыусыһы Илсур Азат улы Ғәлимов булды. Яугир-интернационалистарға иҫтәлек таҡталары ҡуйыу артабан да дауам итәсәк.

Владимир СМОЛОВ,

Автор фотоһы.

Yлемһеҙлеккә аҙым яһаусы
Yлемһеҙлеккә аҙым яһаусы
Автор:
Читайте нас