Дим буйҙары
+12 °С
Ясно
Общие статьи
28 Июня , 08:00

Фольклориаданың өсөнсө көнө ҙур концерт менән тамамланды

Унда ZAINETDIN республиканың йәш таланттары менән бергә сығыш яһаны.

Фольклориаданың өсөнсө көнө ҙур концерт менән тамамландыФольклориаданың өсөнсө көнө ҙур концерт менән тамамланды
Фольклориаданың өсөнсө көнө ҙур концерт менән тамамланды

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының өсөнсө көнө төп сәхнәлә ҙур концерт менән тамамланды. Унда ZAINETDIN республиканың йәш таланттары менән бергә сығыш яһаны. Концерт программаһында шулай уҡ Башҡортостандың биш ижади коллективы - «Модус» шоу-балеты, «Тамыр» телеканалының вокал студияһы, «Ассоль» өлгөлө вокаль-хореография студияһы, «Ирис» бейеү коллективы, Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылынан өлгөлө ҡалаҡсылар театры сығыш яһаны.
"Фольклориадала ҡатнашыусыларға, беренсенән, уңыштар теләйем! Һеҙ -бик шәп кешеләр, бында килеп өр-яңы тәжрибә тупланығыҙ. Хәҙер һеҙгә ошо сағыу мәлдәрҙе кисерергә, үҙ төбәктәрегеҙгә ҡайтып яңы белем менән ижад итеүегеҙҙе дауам итергә. Һеҙҙең арағыҙҙан донъя йондоҙҙары — музыканттар, композиторҙар, артистар сығырына ышанам. Бөгөнгө сара һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙә сәнғәткә һөйөү утын ҡабыҙыр тип ышанам!” – тип артист сығышынан һуң тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Йәш артистар менән берлектә музыкант үҙенең хиттарын һәм яңы композицияларын башҡарҙы. Концерт программаһына «Дурида», «Урал тау», «Беҙ - Башҡортостан», «Тамыр студияһы», «Яугир», «Уралым», «Гори, ясно», «Әлифба», «Бөрлөгән», «Dj kubiz», «Лаусатин», «Атым бар», «Тромбон», «Рок» һәм «Рух» кеүек номерҙар ингәйне.

Күләмле номерҙар, ҡатмарлы бейеү композициялары һәм ҡеүәтле энергетика онотолмаҫлыҡ мөхит булдырҙы.

Фото: Рәмил Нафиҡов.

bashgazet.ru

 

Фольклориаданың өсөнсө көнө ҙур концерт менән тамамланды
Фольклориаданың өсөнсө көнө ҙур концерт менән тамамланды
Автор:
Читайте нас