Дим буйҙары
+30 °С
Болотло
Общие статьи
29 Июнь , 04:40

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

Быйыл Айыт урта мәктәбенең 11-cе класын 11 уҡыусы тамамланы, шуларҙың икәүһе уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн миҙалдарға лайыҡ булды. Был наградалар - уларҙың тырышлығы һәм ныҡышмаллылығы хаҡында иҫбатлай.

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!

 27 июндә мәктәптә сығарылыш уҡыусыларына аттестаттар тапшырыу тантанаһы үтте. Рафиҡова Әлиә Һәм Ғабдрахманова Эльнара отличие билдәләре менән аттестат алды, улар беренсе һәм икенсе дәрәжә "Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.

Тантана барышында, балалар Рәсәй Президенты В. В. Путиндың һәм РФ мәғариф министры С. С. Кравцовтың мәктәпте тамамлаусыларға мөрәжәғәттәрен тыңланы. Мәктәп директоры Г.Н.Мөхтәсимова сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Сығарылыш уҡыусыларын шулай уҡ Бишбүләк районы хәкимиәте башлығының социаль мәсьәләләр Һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Данилов Алексей Александрович, Айыт ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Ғимазетдинов Р. Ф. ҡотланы.

Класс етәксеһе Арыҫланова Минзәрә Мөсәүир ҡыҙы сығарылыш уҡыусыларының тормошта үҙ урынын табыуына ышанысын белдерҙе:

- Бөгөн беҙ ун беренсе класты ҙур тормошҡа сығарабыҙ. Алты йыл — бишенсе кластан алып бөгөнгө көнгә тиклем - беҙ был юлды бергә үттек. Һәр берегеҙҙе бишенсе класс уҡыусылары булараҡ хәтерләйем, ә бөгөн һеҙ — өлкәндәр, үҙ аллы кешеләр, яңы тормошҡа аяҡ баҫырға әҙер. Беҙҙең класс бәләкәй, әммә үҙенсәлекле: ун ҡыҙ һәм бер егет һәм уларҙың һәр береһе миңә яҡшы таныш, һәр береһенең үҙ характеры, үҙенең көслө яҡтары һәм яңы ғына башланған юлы бар. Ҡәҙерле уҡыусылар! Йылдар буйы бергә эшләгәнегеҙ, бер-берегеҙгә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт. Был йылдар миңең оҙаҡ хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр. Һеҙҙең алда асылған юл уңышлы булһын!

Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары, артабан да тырышып белем алығыҙ, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ һәм маҡсаттарығыҙға табан ынтылығыҙ. Фәтих Кәрим исемендәге мәктәп Һәм Айыт ауылы һәр ваҡыт һеҙҙең тыуған йортоғоҙ буласаҡ, унда һеҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршы аласаҡтар. 

https://vk.com/public202087847

 

Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!
Автор:
Читайте нас