Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Общие статьи
29 Июня , 15:01

МХО яугире мәктәпкә сығарылыш кисәһенә килгән

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан һалдат ҡыҙын 11-се класты тамамлауы менән ҡотлаған 

МХО яугире мәктәпкә сығарылыш кисәһенә килгәнМХО яугире мәктәпкә сығарылыш кисәһенә килгән
МХО яугире мәктәпкә сығарылыш кисәһенә килгән

Cухоречка урта мәктәбендә лә сығарылыш уҡыусылары өсөн матур кисә ойошторолдо. Тантаналы кисәлә район хәкимиәте башлығы урынбаҫары Әсәҙуллини Максим Рәшит улы, мәктәп директоры Исаева Светлана Давуровна, тәүге уҡытыусы Имаметдинова Римма Рәмзил ҡыҙы, класс етәксеһе Судеева Тамара Сергеевна, ата-әсәләр сығыш яһаны.

Байрамға килеүселәр бөтәһе лә сығарылыш класс уҡыусыларын: Тремазова Валерия һәм Имаметдинов Ринилды имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙары менән ҡотланы, артабан да  уңыштар теләне, ә иң мөһиме - тыуған мәктәпте онотмауҙарын теләне!

Кисәлә махсус хәрби операция зонаһынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙең ҡыҙын ошо мөһим ваҡиға менән ҡотларға килеүе бик тулҡынландырғыс булды. Был барыһы өсөн дә көтөлмәгән хәл ине!

Йәшлектең иң матур сағы - мәктәпте тамамлаған мәл. Алда барыһы ла шәп булыр кеүек, бөтөн пландар тормошҡа ашасаҡ. Һеҙҙең тормош юлығыҙ һикәлтәһеҙ булһын, барлыҡ уй-ниәттәрегеҙ бойомға ашһын ине, йәштәр.

https://vk.com/public112465677?w=wall-112465677_6333

 

 

МХО яугире мәктәпкә сығарылыш кисәһенә килгән
МХО яугире мәктәпкә сығарылыш кисәһенә килгән
МХО яугире мәктәпкә сығарылыш кисәһенә килгән
МХО яугире мәктәпкә сығарылыш кисәһенә килгән
Автор:
Читайте нас