

Башҡортостан 2019 йылдан «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә мәшғүллек хеҙмәтен комплекслы яңыртыу проектында ҡатнаша. 2024-2025 йылдарҙа башланғысты тормошҡа ашырыуға 469,5 миллион һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән 422,6 миллион һум – федераль ҡаҙнанан.
Төбәк етәксеһе яңы офистарҙың республика халҡы өсөн заманса һәм уңайлы урынға әйләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бөгөн Башҡортостанда 55 яңыртылған мәшғүллек үҙәге эшләй, унда кешеләр консультация һәм эшкә урынлашҡанда ярҙам ала, – тине Радий Хәбиров. – Халыҡ өсөн уңайлы ҡабул итеү шарттары булдырылыуы, ә урындарҙа уларҙы компетентлы белгестәр ҡаршы алыуы бик мөһим.
Иглин һәм Ауырғазы райондары хакимиәттәре башлыҡтары Гүзәл Насирова һәм Арслан Шәһәретдинов видеоэлемтә режимында республиканың идара итеү командаһына ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ яңы үҙәктәрҙең күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатын күтәрергә булышлыҡ итеүен билдәләне.
Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров 2026 йылдың апрелендә Мәскәүҙә эшләй башлаған Республика йәштәре өсөн кадрҙар стажировкаһы үҙәген халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеүҙең дөйөм системаһына интеграциялау мәсьәләһен тикшерергә ҡушты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: учреждение Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге нигеҙендә эшләй. Ойошманың эше төбәктән сыҡҡан студенттарҙы һөнәри йәһәттән үҫтереүгә, уларҙы стажировкалар һәм производство практикаһы программаһы аша республикаға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Башинформ.