+15 °С
Облачно


Яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында балалар баҡсаһында косметик ремонт үткәрелә. Төркөмдәрҙә балалар һаны әҙәйгәс, хеҙмәткәрҙәр ағымдағы йыйыштырыу-буяу эштәренә тотона. Оҫта ҡулдар башҡарған эштәрҙән һуң, бүлмәләр күҙгә күренеп матурлана: был ҡулдар барыһын да булдыра: стеналарҙы шымартыу һәм буяу, һүрәт төшөрөү, тегеү һәм ҡырҡыу. Дөйөм тырышлыҡ менән балалар баҡсаһының төркөмдәре һәм участкалары яҡтыраҡ, уңайлыраҡ була бара.
Сығанаҡ: https://vk.com/public217412282