Дим буйҙары
+17 °С
Ясно
Общие статьи
2 Июля , 11:11

Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү

Яҡташыбыҙ хәрби врач Марат Мансаф улы Вәхитов «Призвание» премияһына лайыҡ булды

Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеүУның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү
Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү

Рәсәй табиптарына «Призвание» премияһы — Рәсәйҙең иң мөhим медицина премияһы. Беренсе канал hәм РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының уртаҡ проекты 2001 йылдан бирле ғәмәлгә ашырыла. Был тантана йыл һайын Медицина хеҙмәткәре көнө алдынан уҙа. Беренсе каналда байрам көнөндә (июндең өсөнсө йәкшәмбеһендә) трансляциялана hәм дөйөм мәғлүмәт сараларында киң яҡтыртыла. Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, хәрби табип Марат Мансаф улы Вәхитов та бар. Бишбүләк халҡы үҙ геройҙары өсөн ғорурлана һәм, бер үк ваҡытта, Мараттың батырлығын, юғары һөнәрманлығын, hәм фиҙаҡәр хеҙмәтен юғары баһалағандары өсөн шатлыҡ хистәре менән тула. Көн һайын хәрбиҙәрҙең ғүмерен hәм һаулыҡтарын һаҡлап ҡалыусы хәрби табиптар төркөмө лайыҡлы бүләктәр алды.

Марат Мансаф улы Бишбүләк ауылында тыуып үҫкән. Гөлсәсәк менән Мансаф Вәхитовтар балаларының мөмкинлектәрен асыу өсөн бар мөмкинлеклeр тыуҙырған. Марат асыҡ, аҡыллы, тырыш малай булып үҫә. Балалар баҡсаһына барғанда уға ике йәш тә тулмаған була. Ләкин ир-ат характерын шул йәштән үк күрһәтә: етди була hәм гел «Мин үҙем!», тип ҡабатлай. Бишбүләк 1-се урта мeктәбенең математика йүнәлешендәге класында уҡый. Башланғыс кластарҙа уны Надежда Александровна Чернова уҡыта, юғары кластарҙа математиканы Татьяна Викторовна Кунцевич алып бара. Мәктәптә ул татыу, көслө класта уҡый. Бик актив була, барлыҡ мәктәп, район сараларында теләп ҡатнаша. Юғары кластарҙа уны мәктәп Президенты итеп һайлайҙар. Был уҡыуға ҡамасауламай, киреһенсә, ярҙам итә: ул «бишле»гә генә уҡып, мәктәпте миҙал менән тамамлай. Бынан тыш, Марат музыка мәктәбендә лә уҡый. Сөнки ата-әсәһе улдарының төрлө яҡлап үҫешеүен теләй. Әсәһе улына һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша, сөнки ул музыка мәктебенә уҡырға кергәндә, беренсе класта ғына була. Музыка мәктәбендә уҡығанда ҡыйын хәлдәр булһа ла, Марат тырыша. Дустары урамда уйнағанда, уға музыка менән шөғөлләнергә тура килә бит. Баян класы буйынса Эрик Павлович Пашуткинда уҡып, уҡыуҙы уңышлы тамамлау тураһында таныҡлыҡ ала. Юғары кластарҙа гитарала уйнарға өйрәнә, туғандарын һәм дуҫтарын үҙенең музыкаһы менән һөйөндөрә.

Туғаны Динараның тәҡдиме менән район Мәҙәниәт йортона бейеү түңәрәгенә йөрөй башлай. Беҙҙең геройыбыҙ тормошонда төп ролде әсәһе алып торған! Гөлсәсәк Моҡәтдис ҡыҙы һәр ваҡыт йүнәлеш биреүсе лә, ауыр минуттарҙа ярҙам итеүсе лә, дуҫ та булған. Ғаиләгә ҡайғы килгәндә — атаһы вафат булғанда, Маратҡа ни бары 13 йәш була. Үҫмергә атаһының көслө иңдәре, уның кәңәштәре етмәй. Әсәләре ярҙамында балалар ҡайғыны еңеп сығып, алға барырға көс табалар. Атаһы Мансаф Маннаф улы Вәхитовты бер ваҡытта ла онотмайҙар, йылылыҡ менән иҫкә алалар.

— Мин һәрв ҡыт балаларыбыҙҙың уҡымышлы һәм уңышлы булыуҙарын теләнем. Шуға күрә бала саҡтан уҡ уларға маҡсаттарына ынтылыу, тырышлыҡ, хеҙмәт яратыу, тыуған илде, яҡындарға һөйөү кеүек сифаттар бирергә тырыштым. Улар тормошта үҙ урындарын таба алһын өсөн барлыҡ көсөмдө һалдым. Марат башта үҙен медицинаға бағышларға теләмәне. Мин уны киләсәктә яҡшы врач итеп күрҙем һәм уның медицина институтына кереүен теләнем. Ләкин һәр ваҡыт унан кире яуап ала инем. Ләкин бер хәл уның тормошҡа ҡарашын, буласаҡ һөнәр һайлауға мөнәсәбәтен үҙгәртте. Йыл һайын өлкән класс уҡыусылары өсөн хәрби-ялан сборҙары үткәрелә торғайны. Был өс көн улыбыҙ өсөн һиҙҙелмәйсә тиҙ үтте: ярыштарҙа ҡатнашты, кистәрен гитарала уйнаны, йырланы, спорт менән шөғөлләнде, отряд командиры булды. Унан ҡанатланып ҡайтты, хәрби табип булырға теләүен һәм Санкт-Петербург ҡалаһына барасағын белдерҙе. Егеттең яҡшы яҡтарын күргәс, был тәҡдим Бишбүләк военкоматы тарафынан, хәрби комиссар Валерий Мөсәғит улы Шәрифуллин тарафынан йылы ҡабул ителде. 

- Шул көндән башлап улым юлға әҙерләнә башланы. Үҙе йөрөп, документтар йыйҙы, военкоматҡа илтте, имтихандарҙы «биш»кә тапшырҙы һәм саҡырыу алды. Был алыҫ юлға Марат үҙе генә китте. «Мин үҙем!», тиген характеры яңынан ҡалҡып сыҡты. Конкурс ҙур ине, бер ай дауамында улар тикшереү, һынауҙар үттеләр. Улым ҙур тырышлыҡ менән С.М. Киров исемендәге хәрби академияға уҡырға керҙе! Бер үк ваҡытта ҡыуаныс менән шиктәр ҙә барлыҡҡа килде. Ул бит Ҡазанда ла, Өфөлә лә юғары уҡыу йорттарына балдар буйынса үткәйне. Минең яңғыҙ ҡалыуыма бик борсолдо. Ҡабат ҡайтырға теләгәйне, ләкин мин үҙ һүҙемдә ныҡ торҙом — ҡайтырға рөхсәт итмәнем! Улым хәҙер бының өсөн рәхмәтле. Присяга ҡабул иткәндә уның янында булдым һәм уның менән бергә булыу өсөн тағы бер нисә тапҡыр юлға сыҡтым. Командирҙарҙан һәм педагогтарҙан бары тик ыңғай фекерҙәр генә ишеттем, — тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Гөлсәсәк Мөҡәтдис ҡыҙы.

Марат Мансаф улы алты йыл Академияла уҡығас, ординатураға уҡырға керә. Уны тамамлағас, уны Алыҫ Көнсығышҡа Уссурийск ҡалаһына ебәрәләр. Ул һөнәре буйынса - анестезиолог-реаниматолог. Марат Вәхитов, махсус хәрби операция барғанын, унда табибтар кәрәклеген белеп, тыныс ҡына эшләй алмай. «Мин унда барырға тейеш! Унда беҙгә күберәк мохтаж- дар!» — тип әйтә йәш табип һәм 2024 йылдың 3 мартында МХО зонаһына китә. — Хәбәр булмаһа, минең борсолоуымды улым белә. Уларҙың эше ауыр. Даими эш менән мәшғүл, ҡайһы берҙә хәбәр ебәрергә лә ваҡыты юҡ, шуға күрә иртән смайлик ебәрә. Был смайлик көнө буйы күңелемде йылыта, — тип әйтә әсәһе.

Гөлсәсәк ханым улының дипломдарын, грамоталарын, фотоһүрәттәрен бөхтә итеп һаҡлай. Көн һайын доға ҡылып, улының еңеп ҡайтыуын көтә! Марат Мансаф улы үҙенең бүләкләнеүе һәм Мәскәүгә саҡырылыуы тураһында әсәһенә хәбәр иткәс, Гөлсәсәк Мөҡатдис ҡыҙының күңелендә әсәләрсә ғорурлыҡ хисе уяна! Уның күңел кисерештәрен тасуирлау өсөн һүҙҙәр етмәй. Мәскәүҙә бүләкләү тантанаһында әсәһе, туғаны Динара һәм Мараттың өлкән ҡыҙы Дина ҡатнаша. Һүҙ уңайынан,  Гөлсәсәк Мөҡәтдис ҡыҙы Мараттың тормошонда Дина булыуына бик шат. «Ул беҙҙең өсөн ҡояш кеүек, йылыһы менән беҙҙе һөйөндөрә!» — ти әсәһе.

Барыһы ла көндәлек тормоштарына әйләнеп ҡайта. Гөлсәсәк Мөҡәтдис ҡыҙы хәҙер Әлмәт ҡалаһында йәшәй һәм эшләй. Ирен юғалтҡандан һуң ул бер нисә йыл Бишбүләк ауылында йәшәгәс, тыуған Татарстанына ҡайтып китә. Ул ире Мансаф Маннаф улы менән бергә йәшәгән бәхетле миҙгелдәрҙе моңһоулыҡ менән иҫкә ала, яратҡан кешеһе менән осраштырған өсөн яҙмышына рәхмәт әйтә.

— Ул үҙен ғаиләгә hәм эшенә бағышланы. Бишбүләк урман хужалығында баш урмансы булып эшләне. Уның изге  эштәре тураһында үҙ ҡулдары менән ултыртылған ағастар иҫкә төшөрә. Уның иң яҡшы сифаттарын балалары үҙләштергeн! Һуңғы йылдарҙа Өфөлә урман хужалығы министрлығында эшләне. Күптәр үҙҙәренең грамоталы, аҡыллы, рухи яҡташтарын хәтерләйҙер, дип ышанам!

Гөлсәсәк Мөҡәтдис ҡыҙы hәм данлыҡлы якташыбыҙ Марат Мансаф улы Бишбүләк халҡына ялҡынлы сәләмдәрен еткерә. Тормоштарының иң яҡты миҙгелдәре бында — Бишбүләк ерендә үткән бит! Улар бындай шәхесте булдырыуҙа hәм үҫтереүҙә ҡатнашҡан hәр кемгә рәхмәт әйтә. Шулай уҡ Гөлсәсәк Вәхитова ауыр саҡтарында ғаиләһенә ярҙам иткән күршеләренә лә рәхмәтен белдерә. Атаһы Мансаф Маннаф улы үҙенең герой улы менән ғорурланыр ине! Уның ҡәбер ташында шундай һүҙҙәр бар: «Ниҙер булып әгәр мин юғалһам, йәшәп туялмаған дoньъямдан, бәғеремде ярған балаларым ҡала, тимәк, ерҙән эҙһеҙ юғалмам!».

Эш менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан, Марат Мансаф улы яҡташтары өсөн ваҡыт табып, бәйләнешкә сыға алды. Ул уй-кисерештәре менән уртаҡлашты һәм теләктәрен әйтте:

— Мин медицина институтына 10-сы кластан һуң уҡырға барырға булдым. Был уртаҡ ғаилә ҡарары ине. Минең характерымдың формалашуына атайымдың иртә вафат булыуы, Санкт-Петербургҡа күнегеүем, Рәсәйҙең барлыҡ мөйөштәренән килгән кешеләр менән танышыуым hәм башҡа факттар ҙур йоғонто яһаны. Атайым минең өсөн hәр ваҡыт үрнәк булды. Уның тураһында кешеләрҙән яҡшы һүҙҙәр генә ишеттем. Тормошта, бигерәк тә эштә — ниндәй генә хәлдәр булмай. Уларҙы еңергә тыныслыҡ һәм сыҙамлыҡ ярҙам итә, сөнки анестезиологтың тыныс күңелле булыуы барлыҡ операция бригадаһына тәьҫир итә. Минең эшемдең төп маҡсаты шунда: ҡуйылған бурыстарға ҡарап, шарттар көнөнә бер нисә тапҡыр үҙгәрергә мөмкин: иркен таҙа операционныйҙан алып, ҡайҙа ла булһа яланда ярҙам күрһәтеүгә ҡәҙәр. Уҡытыусыларыма төплө белем биргәндәре өсөн рәхмәт әйтке килә. Сөнки ниндәй ҙә булһа предмет бер бөтөн шәхес формалаштырыу өсөн теге йәки был дәрәжәлә мөһим. Физика, химия hәм биология бик кәрәк булды.

Минең командирҙарыма дан hәм хөрмәт! Улар — иң ғәҙелдәре. Күп нәмәгә өйрәттеләр, уларҙы ваҡыт уҙғас ҡына аңлайһың. Был ваҡиға — бүләкләү минең өсөн, әлбиттә, тулҡынлан- дырғыс булды. Бындай юғары табип бүләген алыу, был сәхнәгә сыҡҡан башҡа атаҡлы докторҙар менән бер рәттән танылыу алыу бик тә ҡыуаныслы булды. Тыуып үҫкән ерем менән ғорурланам, тип әйткем килә. Тыуған яғымды, унда йәшәгән кешеләрҙе һағынам.

Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.

Фотолар Вахитовтарҙың ғаилә альбомынан

Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү
Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү
Уның бурысы — Ватанға хеҙмәт итеү
Автор:
Читайте нас