Дим буйҙары
+21 °С
Ясно
Общие статьи
5 Июля , 09:16

Йәйҙең тәме – банкаларҙа

Йәй – хужабикәләр өсөн ҡыҙыу осор. Был ваҡытта һәр кем баҡсалағы уңышынан ҡышҡылыҡҡа етерлек ҡайнатма, компот әҙерләп ҡалырға тырыша, һыуытҡысына еләк-емеш тултыра. Йәй буйына запас йыйғас, ҡышҡыһын өҫтәлебеҙ ҙә үҙебеҙ әҙерләгән витаминлы һәм татлы һыйҙан һығылып торасаҡ        

Йәйҙең тәме – банкаларҙаЙәйҙең тәме – банкаларҙа
Йәйҙең тәме – банкаларҙа

Ҡара ҡарағаттан ҡайнатма

Уны әҙерләү өсөн 1 кг ҡарағат, ярты кг шәкәр алына

Банкаларҙы, ҡапҡастарҙы сода менән йыуырға һәм стерилләргә. Ҡарағатты яҡ­шы­лап йыуып, киптерергә кә­рәк. Еләктең биштән бер өлөшөн блендер менән яҡ­шылап иҙергә. Уның өҫтөнә ҡалған ҡарағатты һәм шәкәрҙе өҫтәп, яҡшылап бутарға һәм утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сығыр-сыҡмаҫ килеш утта биш минут самаһы тоторға. Үҙ һутында әҙерләнгән ҡарағатты бан­каларға эҫеләй ҡойорға кәрәк. Банкалар яҡшы итеп сте­рилләнгән осраҡта, ҡай­натма бик оҙаҡ һаҡланасаҡ.

 

Ҡарағаттан желе

Ҙур кәстрүлгә ярты литрлы банка менән һалҡын һыу ҡо­йорға, өс ярты литрлы бан­ка шәкәр өҫтәргә, ике ярты литрлы банка ҡарағат һалыр­ға.
Һүрән генә утта шәкәре ире­гәнсе бутап торорға, күпе­ре­ген ҡалаҡ менән йыйып алыр­ға. Ҡайнап сығыу менән теүәл 5 минут ҡайнатырға ла, һүн­дерергә. Ҡайнатма башта шыйыҡ була, һуңынан ҡуйыра.
 

Крыжовник менән ҡурай еләгенән ҡайнатма

700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу.

Еләктәрҙе йыуып, таҫта­мал­ға һалып киптерергә, ит үткәргес аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмә­не ҙур кәстрүлгә һалырға ла шәкәр өҫтәп бутарға. Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15 – 20 минут ҡай­на­тырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана.

 

Крыжовниктан желе

1 кг крыжовник, 500 г шәкәр, 3 ҡалаҡ ҡыҙыл ҡарағат һуты.

Бешеп етмәгән крыжовник­ты йыуып, бер нисә ҡалаҡ һыу өҫтәп, өҫтөн ҡаплап беше­рергә. Һуңынан иләк аша үткәрергә. Барлыҡҡа килгән ҡатнашмаға шәкәр һалып, 20 минут ҡайнатырға. Бешеп етер алдынан ҡыҙыл ҡарағат һуты ҡушып, болғатырға.
 

Еләктән желе

1 кг еләкте йыуырға ла, 1 кг шәкәр һалып, болғатып, һуты бүленеп, шәкәре иҙелгәнгә тиклем ултыртып торорға. Һуңынан блендер менән иҙер­гә лә һүрән утта ун минут ҡайнатырға. Ярты стакан агар-агар һалып болғатырға. Желены һыуытҡыста һаҡларға.
 

Ҡурай еләгенән кеҫәл

400 г ҡурай еләге, 4 стакан һыу, ярты стакан шәкәр, 3 ҡалаҡ картуф крахмалы алы­на.

Ҡурай еләгенең һутын һығып алырға ла, фарфор һауытҡа һалып һыуытырға. Һуты алынған еләк ҡалдығына 3 стакан һыу ҡойорға һәм шәкәр ҡушып, ҡай­натып сығарырға ла 1 стакан һыу менән буталған крахмал өҫтәргә, ҡуйырғансы тоторға. Кеҫәлде ҡайнап сыҡҡас та уттан алып, еләктең һутын өҫтәп бутарға. Эсемлеккә 1 г тирә­һе лимон кислотаһы һалырға мөмкин.
 
Йәйҙең тәме – банкаларҙа
Йәйҙең тәме – банкаларҙа
Автор:
Читайте нас