

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектына ярашлы, “Асы” шифаханаһына һаҡсыл технологиялар индереүҙең тәүге этабы тамамланды.
Өс ай эсендә шифаханала төп эш процестарына ентекле диагностика үткәрелде, хеҙмәткәрҙәр уҡытылды һәм сығымдарҙы ҡыҫҡартыуға йүнәлтелгән ҡарарҙар ҡабул ителде.
“Проектта ҡатнашыу ҡунаҡтар өсөн медицина хеҙмәттәренән файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыуҙан тыш, персоналға көсөргәнеште һиҙелерлек кәметәсәк, логистиканы оптималләштерәсәк. Беҙҙең шифаханаларҙың тәжрибәһе республиканың башҡа шифахана-курорт предприятиеларына ла таратылыуына ышанам”, – тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Хәҙерге хәлде анализлау һөҙөмтәһендә процедуралар алдындағы сираттар, персоналдың етешмәүе , процестарҙы стандартлаштырыу юҡлығы кеүек проблемалар асыҡланды. Уларҙы хәл итеү өсөн саралар планы раҫланды.
Башланғыс этапта уҡ ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшелде. 5С системаһын индереү, эште стандартлаштырыу һәм персоналдың хәрәкәтен оптималләштереү ваҡытты юғалтыуҙарҙы ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирҙе. Мәҫәлән, ванналарҙы процедураларға әҙерләү ваҡыты өс тапҡырға ҡыҫҡартылды, горничныйҙарҙың йөрөүгә киткән ваҡыты 60 процентҡа кәмене. Үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә хеҙмәт етештереүсәнлеге артасаҡ.
“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫешенә йоғонто яһаясаҡ, уның өсөн сәнәғәт, техно-һәм бизнес парктары инфраструктураһын киңәйтәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: Асы" шифаханаһының "Бәйләнештә" сайтынан.