Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Общие статьи
6 Июля , 13:46

Тағы бер тәбиғәт һынауы

Быйыл тәбиғәт беҙҙе аномаль күренештәре менән аптыратыуын дауам итә. Аҙнай ауылында боҙборсаҡ яуҙы. Ә Һеҙҙә?

Тағы бер тәбиғәт һынауыТағы бер тәбиғәт һынауы
Тағы бер тәбиғәт һынауы

Тоташ ҡара стена булып килгән ямғыр был юлы биҙрәләп түгел, хатта баклап тигәндәй ҡойҙо тиһәң дә була. Ялт та йолт килгән йәшене лә көслө ине. Боҙборсаҡ һәм йәшенле ямғыр баҡсаларға байтаҡ зыян килтерҙе. Буйға күтәрелеп килгән ҡыярҙар, кәбеҫтәләр һ.б йәшелсәләр теткеләнеп бөттө. Бәрәңге баҡсаһын да боҙ аяманы. 

Көн һайын йәшенле ямғырҙар яуып тора. Һаҡланыу сараларын белеү бер кемгә зыян итмәҫ. 

Йәшен ваҡытында хәүефһеҙлектең төп ҡағиҙәләре һәм талаптары:

– һыуҙа, хатта яр буйында ла ҡалырға ярамай;

 – бейек ағастар эргәһендә тормағыҙ;

– электр уты сымдары һәм тимер конструкцияларҙан да алыҫ булыуың яҡшы;

- кеҫә телефоны аша һөйләшмәгеҙ;

– металл биҙәүестәрҙе сисеп, сумкаға һалығыҙ;

– өйҙә мейестең йүшкәһен, тәҙрә, ишектәрҙе ябырға, телефон менән ҡулланмаҫҡа, батарея һәм крандарға тотонмаҫҡа кәңәш ителә (улар йәшенде яҡшы үткәрә);

– велосипедта йә мотоциклда китеп барғанда туҡтарға һәм транспортты ергә һалып, кәмендә 30 метр алыҫлыҡҡа китергә кәрәк;

– машинала китеп барғанда юл ситенә туҡтарға ла, тәҙрәләрҙе ябып, йәшенле ямғыр бөткәнен көтөп торорға;

- юғары вольтлы электр линияларынан алыҫыраҡ булыу яҡшы.

Имен-аман булығыҙ!

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары

 

Тағы бер тәбиғәт һынауы
Тағы бер тәбиғәт һынауы
Тағы бер тәбиғәт һынауы
Тағы бер тәбиғәт һынауы
Тағы бер тәбиғәт һынауы
Тағы бер тәбиғәт һынауы
Автор:Гумерова Л
Читайте нас