Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
8 Июля , 11:41

Иң ҡәҙерле урын – йылы усаҡ

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Бишбүләктә йәшәүсе Зөмәйрә һәм Ғәйфулла Хафизовтар ғаиләһе менән таныштырмаҡсыбыҙ

Иң ҡәҙерле урын – йылы усаҡИң ҡәҙерле урын – йылы усаҡ
Иң ҡәҙерле урын – йылы усаҡ

Ғаилә — ул бәләкәй генә дәүләт, ә уның нигеҙе — ир менән ҡатындың бер-береһенә булған мөхәббәте һәм тоғролоғо. Ошо көндәрҙә беҙгә шундай парҙарҙың береһе хаҡында яҙыу насип булды, Зөмәйрә менән Ғәйфулла Хафизовтар бына инде өс тиҫтә йыл дауамында тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп атлай. Был парҙың мөхәббәт тарихы нисек башланған һуң?

- Беҙ икебеҙ ҙә Аҙнайҙан, күршелә генә йәшәнек, бала саҡтан бер ауыл сирәмендә уйнап үҫһәк тә, бер-беребеҙгә булған хистәр бер аҙ һуңыраҡ бөрөләнде. Мин дүрт балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, мәктәптән һуң Стәрлелә уҡып, һөнәр алдым һәм Өфөнөң Дим районында һатыусы булып эшләй башланым. Ә өс йылдан һуң, Бәләбәйҙә эш таптым һәм ауылға йышыраҡ ҡайта башланым, ана шул мәлдәрҙә Ғәйфулла менән ныҡлап дуҫлашып киттек тә инде, - тип йылмая Зөмәйрә Фәнил ҡыҙы.

Ғәйфулла Хафизов та ишле ғаиләлә - биш туғаны араһында буй еткерә. Ағай-ҡустыларына эйәреп, бала саҡтан уҡ ҡулына гармун ала. Армияла йөрөп ҡайтҡас, Дәүләкәндә водитель һөнәрен үҙләштереп, тыуған яғына ҡайта. Етеҙ, шаян егет күрше ҡыҙы Зөмәйрә күҙ һала. Йәштәрҙең ай яҡтыһында, ауыл өҫтөндәге сихри тынлыҡта һөйләшер, серләшер һүҙҙәре күп була. Өҫтәүенә, киске уйындарҙа йыш ҡына Ғәйфулланың ҡулындағы баянынан көй-моң түгелә.

- Беҙҙең ғаиләлә атайым мандолинала уйнаны, Әнүәр бабай - скрипкала, ә күрше Сара әбей ҡалаҡ һуғыусы ине. Концертҡа әҙерләнер өсөн был ансамбль йыш ҡына беҙҙең өйгә репетицияға йыйыла ине, уларҙан күреп беҙ ҙә, ғаиләләге дүрт малай, көй-моңға тартылдыҡ һәм барыбыҙ ҙа баянда уйнарға өйрәндек, - тип хәтерләй Ғәйфулла Ғәйнулла улы. – Яҙғыһын ауылдың йәштәре Өйәҙе буйына “танса”ға  йыйыла ине, шунда усаҡ яғып, бейеп, йырлашып ултыра торғайныҡ. Йәйге төн ҡыҫҡа, Зөмәйрә менән һөйләшә торғас, таң атҡанын да һиҙмәй ҡала инек. Һауынсы апайҙар урамдан үтеү менән, беҙ ҙә ҡуҙғалабыҙ, күрше ҡыҙы булғас, оҙатырға ла яҡын ине, - ти йор һүҙле ир-уҙаман.

Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешергә ҡарар итә.  Яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан бәхетле мәлдәрен бер-береһен бүлдерә-бүлдерә иҫкә алды улар.

- 7 июлдә беҙҙең өйләнешкәнебеҙгә 37 йыл тулды. Ауылда бесән мәле етеп килә ине, шунлыҡтан, беҙгә туй үткәреү өсөн бер аҙна ваҡыт бирҙеләр. Барлыҡ йолаларҙы үтәп, ике яҡта ла гөрләтеп туй үткәрҙек: тәүҙә ололар саҡырылды, икенсе көнөнә йәштәр байрам итте. Ауыл ғәҙәтенсә, өйҙән-өйгә ашҡа йөрөнөләр.  - тип хәтирәләргә бирелә улар.

37 йыл — был дата күптәр өсөн ябай һан булып тойолор. Әммә ғаилә тормошонда уны «Муслин туйы» тип йөрөтәләр. Муса — боронғо замандарҙа ғына етештерелгән нескә, еңел һәм ныҡлы туҡыма. Уны туҡыу өсөн оҫтаның ифрат ҙур түҙемлеге, ваҡыты һәм хеҙмәте талап ителгән. Нәҡ шуның кеүек, Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер кисергән ир менән ҡатындың да мөнәсәбәттәре ошо туҡыма кеүек: улар тыштан йомшаҡ, тыныс, ләкин эстән шул тиклем ныҡлы һәм сыҙамлы. Был йылдар эсендә уларҙың яҙмыштары ла бер епкә ойошҡандай, айырылғыһыҙға әйләнгән.

1993 йылда Хафизовтар Бишбүләккә күсенә. Ғаилә башлығына эшенән фатир бирәләр, йәшәй-йәшәй уны ҙурайтып, тағы ла төҙөкләндереп алалар. Йылдар үтеү менән йорттары балалар тауышына күмелә. Өс балалары — ҡыҙҙары Наилә, улдары Самат һәм Азат — уларҙың иң ҙур байлығы. Балаларҙы тәрбиәләгәндә Ғәйфулла менән Зөмәйрә үҙҙәренең үрнәге менән күрһәтергә тырышҡан: бер-береһенә ҡарата хөрмәт, ярҙамлашыу — был ҡағиҙәләр ғаиләлә беренсе урында тора. Балалар ҙа, үҫеп килгәс, ата-әсәһенең бер-береһенә булған мөнәсәбәтен күреп, үҙ тормоштарында шуны үҙләштергән.

- Улдарыбыҙ икеһе лә армияла хеҙмәт итеп ҡайтты, һөнәр алдылар, әле лә ситтән тороп уҡыуҙарын дауам итәләр. Самат Булгаковала тора һәм үҙ эшен булдырҙы. Азат улыбыҙ уҡығанда уҡ музыка мәктәбенә йөрөнө, баян класында уҡыны һәм гитарала уйнарға өйрәнде, әле Себерҙә эшләй, уны бер нисә көн элек сираттағы вахтаһына оҙаттыҡ. Киленебеҙ Катерина менән ике йыл элек никахлашҡайнылар, хәҙер август айында туй үткәрергә ниәтләйбеҙ. Ҡыҙыбыҙ, кейәүебеҙ һәм ейәндәребеҙ Аяз, Данир ваҡытлыса беҙҙең менән йәшәйҙәр. Наилә һөнәре буйынса ашнаҡсы, беҙҙе йыш ҡына бәлеш, ҡыҫтыбый, пицца кеүек тәмле ризыҡтар әҙерләп һыйлай, торт та бешереп һатҡылай, - тиҙәр Хафизовтар.

Эш, тормош мәшәҡәттәре менән ғүмер һиҙелмәй ҙә үтә. Бөгөн 60 йәшлек Зөмәйрә хаҡлы ялда инде, шулай ҙа күңеленә ятҡан һатыусы эшен дауам итә, ә Ғәйфулла “Газпромежрегионгаз” ойошмаһында водитель булып хеҙмәт итә. Руль артында меңәрләгән саҡырымдар үткән ир-аттың был ойошмала эшләгәненә ун һигеҙ йыл булып киткән.

— Йәшерәк саҡта төрлөһө була: кәйефһеҙ көндәр ҙә, аңлашылмаусанлыҡтар ҙа, — тип һөйләй Зөмәйрә. — Ләкин беҙ бер нәмәне яҡшы белдек: ғаиләлә иң мөһиме — сабырлыҡ, ихтирам һәм юл ҡуя белеү. Ир - баш, ҡатын - муйын, тиҙәр бит. Беҙ бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып йәшәйбеҙ. Ғаиләбеҙ тыныс һәм бәхетле. Хәҙер инде беҙҙең ейәндәребеҙ үҫеп килә, улар мәктәптә уҡыйҙар: Аяз - бишенсе синыфта, Данир — икенсе класта. Беҙ уларҙың һәр уңышынан һөйөнәбеҙ һәм киләсәктә ла уларға терәк булырға әҙербеҙ. Ғаиләбеҙҙең үҙ йолалары ла бар. Байрамдарҙы бергәләп билдәләйбеҙ, һәр беребеҙҙең тыуған көндәрен матур итеп үткәрәбеҙ. Етмәһә, Ғәйфулла менән беҙ икебеҙ ҙә бер көндә  - 22 ноябрҙә тыуғанбыҙ.

- Йәйгеһен күмәкләп тәбиғәткә сығабыҙ, бергәләп еләк йыябыҙ, һыу инәбеҙ. Дим буйына бесән әҙерләшергә ҡайтабыҙ, минең хобби – кирбес һалыу, туғандарға бер нисә гараж төҙөп бирҙем. Үҙемдең эш графигы тығыҙ, биш район буйынса йөрөйбөҙ, шуға күрә мал аҫрап булмай, ҡош-ҡорт ҡына алып үҫтерәбеҙ. Һәр кемдеке кеүек, баҡса ҡарайбыҙ, ҡышҡылыҡҡа сәйгә ҡушып эсергә тип, мәтрүшкә, туҡранбаш үләндәре әҙерләйбеҙ, хеҙмәттәштәремдең һорауы буйынса уларға ла йыйып илтәм, - тип һүҙҙе дауам итә хужа кеше.

Ҡояш нуры уйнап торған йорттан йылылыҡ, нур бөркөлә. Өй эсендә лә бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Залдың бер мөйөшөндә ситлектә  тутыйғош тора, иреккә сығарыу менән хужаларҙың иғтибарын тойған ҡошсоҡ әле береһе, әле икенсеһе янында әйләнә башланы. Аш-һыу бүлмәһендә ялан сәскәләренең гөлләмәһе тора, уны Ғәйфулла кәләшенә тип йыйып алып ҡайтҡан. Хужабикә сәй табыны әҙерләгән арала, тормош иптәше ҡулыма ғаилә альбомын тоттора.

Һәр ирле-ҡатынлы парҙың альбомын асһаң, унда тормоштоң иң матур, иң сағыу биттәре тупланғанын күрәһең. Бында ла уларҙың бергә үткән юлының бөтә мөһим этаптары урын алған: туй көнөнөң сихри мәлдәре, тәүге бәпестәрен ҡулға алыу, күмәкләп тәбиғәттә ял итеүҙәр. Көндәлек ығы-зығынан ял итеп, туғандар менән бергәләп өҫтәл артында ултырған саҡтар. Ошо фотоларҙан күҙҙәрҙең нуры, йөрәктәрҙең йылыһы бәрелеп тора. Ирле-ҡатынлы парҙың бәхетле минуттарын һаҡлаған был альбомды балалары, ейәндәре лә ҡыҙыҡһынып ҡарай. Ул - үткәндәргә ҡапҡа ла, киләсәккә аманат та. Фотоһүрәттәрҙәге ошондай ябай, әммә ысын бәхетле мәлдәр кешегә ғүмер буйына көс бирә, уны ауыр ваҡыттарҙа йыуата һәм мин был донъяла яңғыҙ түгелмен, тигән тойғо уята.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Фотолар ғаилә альбомынан.

Иң ҡәҙерле урын – йылы усаҡ
Иң ҡәҙерле урын – йылы усаҡ
Иң ҡәҙерле урын – йылы усаҡ
Иң ҡәҙерле урын – йылы усаҡ
Автор:Гумерова Л
Читайте нас