Дим буйҙары
+20 °С
Ясно
Общие статьи
11 Июля , 08:27

Ҡытайға 7,6 мең тонна рапс майы ебәрелгән

Юғары табышлы майлы культураны иң күбе улар ала.

Ҡытайға 7,6 мең тонна рапс майы ебәрелгәнҠытайға 7,6 мең тонна рапс майы ебәрелгән
Ҡытайға 7,6 мең тонна рапс майы ебәрелгән

Башҡортостандың май айырып сығарыу предприятиеһы тәүге ярты йыллыҡта Ҡытай халыҡ республикаһына 7,6 мең тоннанан ашыу рапс майы ебәргән. Һатыуҙар күләме былтырғы ошо осор күрһәткестәренән юғары.

2025 йылдың ғиинуар - июнь айҙарында ситкә 7,4 мең тонна продукция сығарылған. Агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты күләмен арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаты булып тора.

“Россельхознадзор”ҙың территориаль идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үҫемлектәр карантины, иген сифаты һәм орлоҡто контролләү бүлеге белгестәре тикшереүҙәр комплексы өсөн техник культураның 338 өлгөһөн һайлап алған. Экспертизалар һөҙөмтәһе буйынса, рапс орлоҡтарын эшкәртеү продукцияһында хәүефле карантин организмдары асыҡланмаған.

Быйыл республикала рапс майҙаны 122 мең гектарға тиклем арттырылды. Рапс – юғары табышлы майлы культура. Беҙҙә етештерелгән продукцияның күпселеген Ҡытай һатып ала.

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (нацпроект "Международная кооперация и экспорт") милли проекты илдең сеймалға ҡарамаған экспортын арттырыуға һәм производство кооперацияһын сит ил партнерҙары менән берлектә үҫтереүгә йүнәлтелгән. 2030 йылға сеймалға, энергетикаға ҡарамаған тауарҙарҙың экспорт күләмен 2023 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда кәм тигәндә өстән ике өлөшкә арттырыуҙы тәьмин итергә кәрәк. 

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.

Ҡытайға 7,6 мең тонна рапс майы ебәрелгән
Ҡытайға 7,6 мең тонна рапс майы ебәрелгән
Автор:
Читайте нас